+17 °С
Облачно
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән «бер ғаиләгә бер льготалы ипотека» ҡағиҙәһе индерелде, өҫтәүенә ир менән ҡатын икеһе лә заемсы булырға тейеш ине. Ошо айҙан яңы төҙөлгән йорттарҙа (льготалы ипотека яңы төҙөлгән йорттарға ғына бирелә) фатир һатыу йылға ҡарата уртаса 10% кәмей, ә ихтыяж икенсел баҙарға күсә башланы. Айырыуса был баш ҡалаларға һәм көньяҡтағы ҙур ҡалаларға ҡағыла, ә Башҡортостан яңы төҙөлгән йорттарҙа фатир һатыу буйынса ун төбәк иҫәбенә инде.