

Автомобиль паркын яңыртыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 122 миллион һум бүленгән.
«Ошо көндәрҙә табиптарыбыҙға рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ. Беҙ республика бюджеты аҡсаһына тағы 21 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алыу мөмкинлеген таптыҡ. Республикала һәр ваҡыт 330 ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы дежурҙа тора. Экипаждар һанаулы минуттар эсендә, көндөҙ ҙә, төнөн дә ярҙамға килә. Бөгөн водителдәргә лә, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эшегеҙ бик ауыр, беҙ быны аңлайбыҙ һәм ҡәҙерен беләбеҙ. Барыһын да медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн һәр саҡ рәхмәтлебеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренең береһен ҡараны. Түбәнге Новгород автомобиль заводының Gazelle NEXT базаһындағы реанимация һәм фельдшер комплекстары үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, дефибрилляторҙар, электрокардиографтар менән йыһазландырылған.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, бөгөн ашығыс ярҙам бригадалары уртаса 18 минутта килеп етә, был федераль нормативҡа (20 минут) тура килә.