АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
17 Июня , 11:15

Йәнә йәш ғүмерҙәр өҙөлгән

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төнгө сәғәт 2-лә Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында "ВАЗ-2109" рулендәге водитель "Рено Эспейс" автомобиле менән бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә "ВАЗ"дың 18 йәшлек водителе һәм уның бәлиғ булмаған пассажиры үлемесле йәрәхәттәр алған. Ошо еңел машинала ултырған тағы бер үҫмер ашығыс ярҙам бригадаһы менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. "Рено"ның 21 йәшлек водителе иҫән-һау.

 

Юл ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!

Автор:
Читайте нас