АТАЙСАЛ
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
5 Июня , 04:25

Башҡортостан «Росагролизинг» менәнән килешеү төҙөнө

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында республика Хөкүмәте «Росагролизинг» компанияһы менән инвестиция пландары тураһында килешеү төҙөнө.

Документ «Росагролизинг»-тың Машина-технологик компанияһы – «МТК-РАЛ-Башҡортостан» ЯСЙ тарафынан агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм механизацияланған эштәр башҡарыу буйынса 10 миллиард һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостан – Рәсәйҙә Машина-технологик компанияһы эшләй башлаған беренсе төбәк. Предприятие тәүге ауыл хужалығы техникаһын ҡабул иткән дә инде. 2026 йылға 40 иген йыйыу комбайны, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары һәм сәсеү комплекстары булған 30 трактор, шулай уҡ башҡа ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы алдынан Башҡортостан Башлығы һәм «Росагролизинг»тың генераль директоры Павел Косов республика хужалыҡтарының техник паркын яңыртыу маҡсатында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе.

– Беҙ республика менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә бик шатбыҙ. Башҡортостан беҙҙең продукция менән файҙаланыу күләме буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инә. Был ауыл хужалығы техникаһына ла, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу машиналарына ла ҡағыла, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Павел Косов. – Республикала эшләй башлаған МТК – илдә «Росагролизинг» тарафынан асылған тәүге компанияларҙың береһе. Һәм беҙ Башҡортостан Хөкүмәтенең был йүнәлеште һүҙҙә генә түгел, ә эштәр менән дә хуплауын күрәбеҙ.

Агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеүгә ғаризаны «МТК-РАЛ» һанлы платформаһы сайты аша тултырырға мөмкин. Бында техниканың эшен иҫәпкә алыу бара, компанияның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шуныһы мөһим: проектҡа, техникалары буш тормаһын өсөн, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары булған башҡалар ҙа ҡушыла ала.

Автор:
Читайте нас