+9 °С
Облачно


Республикала ағас ултыртыу буйынса «Хәтер баҡсаһы» акцияһы башланды.
Изге эшкә Хәйбулла районы Акъюл ауылы биләмәһе лә ихлас ҡушылды. "Көнъяҡ Урал" урман хужалығында эшләгән яҡташтары иҫтәлегенә арнап «Аҡъюл ауыл биләмәһе урмансылары» аллеяһы булдырылды бөгөн унда. Акция сиктәрендә Урыҫбай ауылы питомнигынан алынған 100 төп биш йәшлек ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.
Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре уңышлы ерегеп, бар тирә- яҡҡа йәм биреп ултырһын!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте