Мәғлүмәт
15 Апреля , 11:00

Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштыры

Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштыра башларға ҡушты. Ул МХО-ла ҡатнашыусы Мәжит Байдәүләтовты миҫалға килтерҙе.

«Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштыра башлайбыҙ. Программала ҡатнашыусы Мәжит Байдәүләтов өс йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән, «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары булған. Уны үҙебеҙҙең арала күрәм, яҡшы белемле, МХО биләмәһендә ҙур тәжрибә туплаған», — тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан геройҙары» проекты махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн булдырылған һәм «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора.

Автор:
Читайте нас