+4 °С
Болотло
Ябай ғына әйткәндә, законлы ял көндәрендә «Урал аръяғы» шифаханаһына барып ял итергә, һаулығын нығытырға һәм яңы эш аҙнаһы алдынан көс йыйырға мөмкин. График бик уңайлы: йома иртәнсәк баралар, йәкшәмбе көндөң икенсе яртыһында сығалар. Теләге булғандарға ғариза менән профсоюздың цех комитетына йәки туранан-тура комбинаттың беренсел профсоюз ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бүребай тау–байыҡтырыу комбинатының профкомы хеҙмәткәрҙәре «Ял көнө туры» программаһы менән Йәнтеш ауылында урынлашҡан «Һаҡмар» шифаханаһында ла ял итә ала.