АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
22 Января , 09:55

МАХ-та 85 миллион кеше теркәлгән

18 миллиардтан ашыу хәбәр һәм 2,5 миллиардтан артыҡ шылтыратыу

Добавить в предпочтительные источники Google

МАХ милли мессенджерын ҡулланыусылар һаны ғинуарҙа 85 миллионға барып еткән. Улар 18 миллиардтан ашыу хәбәр яҙып ебәргән һәм 2,5 миллиард тапҡырҙан күберәк шылтыратҡан. Ҡулланыусылар шулай уҡ 200 миллиондан артыҡ видео яҙҙырған һәм миллиардтан ашыу стикер ебәргән.

Блогерҙар, компаниялар һәм дәүләт ойошмаларының МАХ-та 140 меңдән күберәк каналы бар, уларҙың дөйөм аудиторияһы 54 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. 40 меңдән артыҡ магазин һанлы ID ярҙамында йәште раҫлау технологияһын индергән.

МАХ аша «Магнит», «Пятерочка», «Перекресток», «ВкусВилль», «Мария-Ра», «Дикси», «Лента» һәм «Монетка» селтәрҙәрендә тауарҙар һатып алғанда йәште раҫларға мөмкин. Бының өсөн мессенджерҙағы профилдә QR-кодты сканлау ҙа етә.

Мәғлүмәт: “Башинформ” агентлығы.

Автор:
Читайте нас