АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
20 Ғинуар , 11:05

Яйыҡбайҙар былау әҙерләне

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы яугирҙәргә былау әҙерләне.

Яйыҡбайҙар былау әҙерләнеЯйыҡбайҙар былау әҙерләне
Яйыҡбайҙар былау әҙерләне

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан хәбәр итәләр:

Эйе, бөгөн яу яланындағы яугирҙәребеҙ өсөн бер ярҙам да артыҡ түгел. Тотош ауыл менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн гуманитар ылау туплау, ярҙам итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡын бер уй, бер маҡсат берләштерә. Ул да булһа тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итеү.


"Беҙ илдә барған ваҡиғаларға, фронттағы хәлдәргә бер нисек тә битараф була алмайбыҙ. Баймаҡ районы хакимиәте, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр менән берлектә беҙ ҙә гуманитар ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ - ти Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фирҙәүес Хәсәнова. Егеттәребеҙгә кәрәкле дарыуҙар, ваҡ көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр йыябыҙ. Әле бына күмәкләшеп йыйылышып былау эшләү, уны упаковкаларға төрөү өсөн ҡоролма һатып алдыҡ. Был эштә аҡсалата һәр кем ярҙам итте. Ҙур рәхмәт әйтәм уларҙың һәр береһенә. Иртәгә, Аллаһы бирһә, былауҙың беренсе партияһын фронтҡа оҙатасаҡбыҙ.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Еребеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ килтереп, барса яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән бер уй-теләктә башҡарыла был эштәр. Беҙ бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ! Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы тыныс һәм имен тормош өсөн!

Яйыҡбайҙар былау әҙерләне
Яйыҡбайҙар былау әҙерләне
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас