Мәғлүмәт
19 Ноябрь 2025, 06:25

Йәшнәп йәшәр саҡ!

Һеҙ һүрәттә күргән йәштәр—Сибай институтының иң әүҙем, иң тырыш, иң өлгөр студенттары. Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы Илсиә Баймөхәмәтова юғары уҡыу йортона Сибай педагогия колледжының мәктәпкәсә белем биреү бүлеген тамамлап килгән. Ә Әбйәлил районы Таштуй ауылы егете Ризуан Хайсаров бығаса Магнитогорск педагогия колледжында уҡыған.

Йәшнәп йәшәр саҡ!Йәшнәп йәшәр саҡ!
Йәшнәп йәшәр саҡ!

Һәләтле йәштәр бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында белем ала. Бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Икеһе лә ижади ҡарашлы. Илсиә тасуири итеп шиғырҙар һөйләргә ярата, төрөк теле менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә.
—Тиҫтерҙәремә ваҡыттарын юҡҡа сарыф итмәүҙәрен, һәр саҡ яңы белемгә ынтылыуҙарын, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмауҙарын, бер урында туҡтап ҡалмауҙарын теләйем,—ти тырыш ҡыҙ.
Йырға маһир, нәфис һүҙ оҫтаһы булған Ризуан да һәр сараның уртаһында ҡайнай, кисәләрҙе алып бара. Киләсәктә уҡытыусы булырға теләгән егет тә йәштәштәренә изге теләктәр теләй.
—Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Маҡсатлы кеше теләгенә ирешә. Бары тик тырышырға, дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа, алама ғәҙәттәрҙән ары торорға һәм йәшнәп йәшәргә кәрәк,—ти Ризван.
Бына шундай студенттар уҡый Сибай институтында.Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!

 

 


Рәүилә Хәсәнова, Сибай институтының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас