

Октябрҙә билдәләнгән
Ҡурай көнөндә
Баймаҡ районының бөткән Ғәҙелша ауылы ерендә
тағы ла бер ҡурай стелаһы ҡалҡып сыҡты.
—Ғәҙелша шарлауығы менән дан тотҡан урын 31 йыл инде ер йөҙөндә юҡ, 1994 йыл һуңғы кеше тыуған төйәген ташлап күсеп китергә мәжбүр була. Ә бит ул
ауыл ваҡытында Ирәндек тауҙары буйындағы иң ҙур төйәктәрҙең береһе була. Унда алтын табылып, ер аҫты байлығын аҡтарып алып бөтөү менән ауыл йәшәргә яраҡһыҙлана. Яҡты донъяға ауаз һалған ата йорто нигеҙҙәре бушап ҡалһа ла, шунда тыуғандар әле лә тыуған төйәген ташламай. Әхмәтшин Венер Салауат улы ҡатыны Расимә, Сафин Рамаҙан, Әхмәтшин Нур Азамат улы бәләкәй улы менән ауыл исеме яҙылған ҡурай стелаһы ҡуйҙы. Ағастар ҙа ултырттылар. Тыуған төйәкте ташламаусы яҡташтарға ҙур рәхмәт! Улар ауыл зыяратын йүнәтеп, кәртәләп, буяуҙа ла башлап йөрөүселәр. Мәңгелек йортто кәртәләү эшенә башҡа ауыл
даштар ҙа бик әүҙем, дәррәү ҡушылды. Икенсе йыл Ғәҙелша
ауылына нигеҙ һалыныуға 240 йыл тула. Ошо иҫтәлекле датаны ла ғәҙелшалар ҙурлап үткәрергә йыйына,—тип яҙҙы беҙгә тыуған яҡты өйрәнеүсе Урал Ғазиндың ҡыҙы Дилара Йәнекәева.
Дилара Урал ҡыҙы атаһының юлын дауам итеп тыуған яғының тарихын, топонимикаһын өйрәнә. Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан бер төркөм авторҙар, шул иҫәптән Дилара Ғазина-Йәнекәева «Ирәндек яугирҙәре» тип аталған китап сығарҙы. Ул китапҡа Моҡас ауылы биләмәһенә ҡараған 1-се, 2-се Төркмән, Әхмәр, Абҙаҡ, Казанка, 1-се, 2-се Моҡас, Ғәҙелша, Назар, Моҫтай
ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышын-да ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт тупланған.
—Ғәҙелша ауылының һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарман улдары хаҡында өҫтәмә материалдар тупларға тура килде. Быға ҡәҙәр бер исемлеккә лә инмәгән яугирҙәр барлығы асыҡланды. Тыуған яҡты өйрәнеү эшен артабан да дауам итәбеҙ,—ти Дилара Урал ҡыҙы.
Әйткәндәй, Ғәҙелша ауылына ҡурай рәүешендәге алтаҡта эшләп ҡуйырға Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Венер Салауат улы Әхмәтшинға тап Дилара Ғазина-Йәнекәева кәңәш итә.
—Яҡташым Атаңғолда, Бәләкәй Төркмәндә шундай яҙыу ҡуйҙылар. Ғәҙелшаға ла эшләп ҡуйһағыҙ арыу булыр ине тигәс, ҡул аҫтындағы материалдан яһап та ҡуйҙым. Республика, Ҡурай көнө билдәләнгән осорҙа ҡустым Нур Әхмәтшин, Рамаҙан ағай Сафин, ҡатыным Рәсимә Көмөшбай ҡыҙы менән бергәләшеп стеланы алып барып ҡуйҙыҡ,—ти Венер Салауат улы.—Ҡурай стелаһы янына 4 йүкә ағасы ла ултырттыҡ. Тағы бер нисә үҫентене ауыл буйына ҡаҙаныҡ. Берегеп үҫеп китһәләр бер йәм булыр тинек. Зыяратты ла тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Атай-әсәйемдең, туғандарымдың мәңгелек төйәге шунда.
Венер Әхмәтшин Ғәҙелшанан күсеп киткән ваҡыттарын яҡшы иҫләй.
—1980 йылда олимпиада уҙған йылы ине, мин Әхмәр мәктәбендә 6-сы класта беренсе сиректе тамамланым да 2-се сиреккә Сибайға күстек. Ғәҙелшала тап беҙҙең өй тәңгәлендә алтын табылғас, башта аръяҡтаға бер өйгә күсеп торҙоҡ. Аҙаҡ инде бөтөнләй ауылды ҡалдырып ҡалаға киттек,—тип һөйләй ул, ауылы тарихына туҡталып.
Сибайҙа, унан ситтә йәшәгән ғәҙелшалар тыуған төйәге тарихын һаҡлау өсөн барыһын да эшләй.
2018 йылда Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Фәриҙә Ҡәипова менән Альбина Ярмуллина яҙған «Төйәләҫ башында. Ғәҙелша ауылы тарихы» китабының исем туйы уҙғарыла.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ғәҙелшалар Олтатау тауы итәгенә һуғыш ветерандарына арналған стела ҡуя. Ғәҙелшанан 114 ир-егет һуғышҡа китә. Шуларҙың 75-е тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай.
2018 йылдың йәйенән бөткән ауылдың зыяраты төҙөкләндерелә. Моҡас ауыл биләмәһе белгестәре Ҡадир Ласынов, Мөбәрәк Сол-танғазин, Ғәҙелша ауылында ты-уып үҫкән Рамаҙан Сафин зыяратты кәртәләй башлай. 2019-2020 йылдарҙа эш дауам итә, мәңгелек төйәк урыны уратып алынғас, Нур Әхмәтшин кәртәләүҙе буята.
Зыяратта быйыл да төҙөкләндереү эштәре алып барылған, ҡәберлектәр-ҙе баҫҡан селек ҡырҡылған. Рамаҙан Сафин ағастар ҙа ултыртҡан. Уның атаһы Хәммәт Ғариф улы Сафин урмансы булып эшләгән. Бөткән ауылдан иң һуңғы булып Абҙаҡҡа күскән.
Йәй көнө Ғәҙелшаның Тураташ тауы янында Әхмәтшиндар, Шаһиғәлиндар, Мусиндар йыйын үткәргән. Әле ғәҙелшалар ҡурай стелаһы янына эсенә эскәмйәләр ҡуйылған көплө ҡулайлама (беседка) эшләп ҡуйырға иҫәп тота.
Ата-бабаларының ҡәберҙәренә килгәндә туҡталырға урын булһын тип тырыша улар.
Ғәҙелша—бөткән ауыл. 2005 йылға тиклем Башҡортостандың Баймаҡ районы Моҡас ауыл Советысоставына ингән. 2005 йылдың 20 июлендәге Башҡортостан Республикаһы Законының 211-з, 1-се статьяһына ярашлы исемлектән алынған.
Географик урыны
Ирәндек итәгендәге бик матур урында,Төйәләҫйылғаһының үрге ағымында, туристик базаһы янында урынлашҡан була. 1802 йылғы картала Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында, Әхмәр ауылынан өҫтәрәк—Илеш, ә йылғаның уң ярында Ғәҙелша ауылы күрһәтелгән
Тарихы
Ғәҙелша ауылы йорт старшинаһы Ғәҙелша Илишевтың исемен йөрөтә, уның 1757 йылғы булыуы билдәле. 1834 йылғы VIII ревизия уны оставкалағы 77 йәшлек старшина итеп күрһәткән. Өс ҡатынынан алты улы булған: Иманғол (1788 йылғы, уның улы Вәлиша), Мөхәмәтша, Исхаҡ, Теләүҡабул, Буранғол, Теләүсура. Бөтә улдары ла йорт һәм кантон идаралыҡтарҙа хеҙмәт итәләр. Ғәҙелшаның атаһы Илеш Назаров, XVIII быуаттың 60-сы йылдарҙағы документтар күрһәтеүенсә, Бөрйән улусының старшинаһы була. Уның ҡарамағында 5-6 ауыл булыуы билдәле. Илеш Назаров менән урыҫ сәйәхәтсеһе И.И.Лепехин 1770 йылдың йәйендә таныша һәм яҙмаларында уның тураһында йылы хәтирәләр ҡалдырған.
Ғәҙелша ауылы 1786 йылғы картала утар булараҡ күрһәтелгән, булһа кәрәк, сөнки 1795 йылғы V ревизияла ауыл тураһында мәғлүмәт юҡ. Реви-
зияла иҫәпкә тик ауылдарҙы алғандар. XIX быуат башында утар ауылға әүерелә.
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауынса, ауылға нигеҙ һалыусылар 2-се Этҡол ауылынан булырға те-йеш. Архив мәғлүмәттәре буйынса, Ғәҙелша ауылында 2-се Этҡол ауылынан Этҡол Айытҡужиндың ике улы—Ишемғол һәм Ҡунаҡҡужа теркәлгән. Әлеге факт этҡолдар Илеш һәм Ғәҙелша ауылдарына нигеҙ һалған, тип фаразларға мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер ғалимдар (М. Ғ. Усманова, Ф. Ғ. Хисамитдинова), Ғәҙелша ауылы 1765 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, тип һанай.
Ауыл хужалығы
1839 йылда ауылдың бөтә 50 йортынан йәйләүгә сығалар. 320
ауыл кешеһенә 553 йылҡы малы, 205 һыйыр, 50 һарыҡ, 12 кәзә малы тура килә. 22 дисәтинә баҫыуҙа 213 бот ярауай бойҙай сәселә. XIX быуат урталарында ауылда аҙна һайын баҙар ойошторолған.
Алтын приискалары
XIX быуаттың 30-сы йылдарында был ерҙәрҙә алтын табыла. Солтан йылғаһы үҙәнендә алтын промыслаһын асалар. Башҡа ауылдар менән бер рәттән Ғәҙелша ауылы халҡы ла ла сәсмә алтын йыуыу менән шөғөлләнә башлай. Улар килешеү буйынса эшләй, үҙ көстәре менән алтын йыуа һәм алтын сәнәғәтселәренә тапшыра. Шул ваҡытта, 1861 йыл башына, өс алтын приискаһы эшләй (Солтан, Худолаз, Анненка). Тәүге ике промыслала 371 башҡорт эшләй. 1870 йылдарҙың башында яңы приискалар асыла. Ғәҙелша ауылы тулыһынса тиерлек старателдәр ауылына әүерелә һәм ХХ быуаттың 30-40-сы йылдарныда үҫешкән инфракструктуралы эшселәр ҡаласығы булып һанала.
1999 йылғы ауылдар исемлегендә Ғәҙелша ауылы күрһәтелмәгән.
2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарын булдырыу, ҡушыу, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленешенә индереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһының 211-з, 1-се статьяһына Законына ярашлы бөтөрөлә.
Халҡы
1816 йылғы VII ревизия буйынса 27 йортта 150 кеше йәшәй. VIII ревизия буйынса—258 кеше, X ревизия буйынса 63 йортта 400 кеше йәшәгән. 26 йылдан һуң 78 йортта 545 кеше иҫәпләнһә, 1920 йылда ауылда 139 йортта 734 кеше йәшәгән.
1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 179 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар.
Ғәҙелша шарлауы—тәбиғәт ҡомартҡыһы
Ғәҙелша шарлауығы—Баймаҡ районында Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе 7-шәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостанда иң бейеге һанала.
Тирә-яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.
Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.