АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
18 Ноябрь 2025, 05:35

Аҡназаров премияһы кемгә тәтер?

22 ноябрь Башҡортостан дәүләт концерт залында үтәсәк «Беҙ - Баймаҡтар бит әле!» сараһы сиктәрендә Зәкәриә Аҡназаров исемендәге премия тапшырыласаҡ!   Премия тураһындаПремия Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаров хөрмәтенә булдырылған2025 йылда ул өс номинацияла тапшырыласаҡ:

Хөрмәтле, Баймаҡтар!

 

22 ноябрь Башҡортостан дәүләт концерт залында үтәсәк «Беҙ - Баймаҡтар бит әле!» сараһы сиктәрендә Зәкәриә Аҡназаров исемендәге премия тапшырыласаҡ!

 

Премия тураһында
Премия Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаров хөрмәтенә булдырылған
2025 йылда ул өс номинацияла тапшырыласаҡ:

 

1. Спорт;
2. Ижад (сәнғәт);
3. Йәмәғәт эшмәкәрлеге.

 

Кем ҡатнаша ала?
Өфө ҡалаһының уҡыу йорттарында белем алыусы Баймаҡ районы студенттары.
Ҡатнашыусыларҙың йәше - 16-22 йәш.

 

Нисек ғариза бирергә?
Ғаризаларығыҙҙы түбәндәге электрон почтаға ебәрегеҙ:
zufarova.dilyuza@mail.ru

 

Ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты: 17 ноябргә тиклем.

 

Презентацияға талаптар:
- Күләме 10 слайдтан кәм булмаһын;
- сағыу һәм аныҡ дизайн (идеяғыҙҙы асыҡ итеп белдереү мөһим);
- Ҡыҫҡаса автобиография (2-3 слайд);
- Һайланған номинациялағы ҡаҙаныштар исемлеге;
- раҫлаусы документтар (дипломдар, грамоталар, сертификаттар);
- Һеҙ ҡатнашҡан саралар, ярыштар, сығыштар йәки йәмәғәт акцияларының фотолары;
- Контакт мәғлүмәттәре (Ф.И.О., йәш, уҡыу йорто, телефон, электрон почта).

 

Ғаризаларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас