АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
31 Октябрь 2025, 06:45

Бөгөн - йома

Йома көнө тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:*"Был көндә билдәле бер сәғәт бар. Әгәр мосолман булған кеше шул ваҡытта доға ҡылып, Аллаһтан нимәлер һораһа, Ул уға мотлаҡ һорағанын бирер"*, — тигән һәм ул ваҡыт арауығының ныҡ ҡыҫҡа булыуына ҡулы менән ишаралап күрһәткән.

*БӨГӨН — ЙОМА!*

Аллаһ рәсүле ﷺ шулай тигән:

*"Йома һеҙҙең иң яҡшы көндәрегеҙҙән һәм ул көндө миңә күберәк салауат (алғыш) әйтегеҙ — һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк"*

_Әхмәд, Әбү Дауыт йыйынтыҡтарынан, сахих._

*"Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтһә, шуға Аллаһ ун тапҡыр салауат әйтер һәм уға ун яҡшылыҡ яҙыр, уның ун гонаһын ярлыҡар һәм уны ун дәрәжәгә күтәрер"*

_Әхмәд, Ибн Хиббан йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис._

*САЛАУАТ һүҙҙәре*:

"Саллә-Ллааһу ғәләә нәбиййинәә Мүхәммәдин үә сәлләм"

Мәғәнәһе:

"Аллаһ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәтте алғышлаһын һәм уға именлек бирһен!"



Йома көндө *«Әл-Кәһф»* сүрәһен уҡыған кешене киләһе йомаға ҡәҙәр нур яҡтыртып торор, уның ике йома араһындағы хата-гонаһтары ярлыҡаныр, тиелә хәҙистә. "Мәмерйә" сүрәһен уҡырға онотмағыҙ!



Шулай уҡ, йома көнө тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:

*"Был көндә билдәле бер сәғәт бар. Әгәр мосолман булған кеше шул ваҡытта доға ҡылып, Аллаһтан нимәлер һораһа, Ул уға мотлаҡ һорағанын бирер"*, — тигән һәм ул ваҡыт арауығының ныҡ ҡыҫҡа булыуына ҡулы менән ишаралап күрһәткән.

_Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан._

Дин ғалимдары, был ваҡыт — ул икенде намаҙының һуңғы сәғәте, тип аңлатҡан. Бөгөн доғалар ҡылыуҙа бигерәк тә әүҙем булайыҡ!

Бөтә доғаларыбыҙ ҙа, ғибәҙәттәребеҙ ҙә ҡабул булһын Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла хаҡ мосолмандарҙан итеп, Йәннәттәрҙә бергә йыйһын! Әмин!

 

Интернеттан.

Автор:
Читайте нас