АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
8 Октябрь 2025, 09:25

Буребайҙа--яңы баҙар

Хәйбулла районының Бүребай ауылы халҡы яңы йәкшәмбе баҙары асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө. Сөнки, элекке сауҙа майҙаны торошо менән эшҡыуарҙар, фермерҙар, һатыусылар, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт булмаған. Күп осраҡта тауар ерҙән һатылған. Тағы ул урындың тарлығы һәм юл эсендә булыуы хәлде күпкә ҡатмарлаштырған. Туҡтауһыҙ техника үтеүе лә кеше ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған. Шулай уҡ баҙар тирәһендәге шау-шыу, сауҙанан һуң сүп-сар өйөмө ҡалыуы, техниканың күпләп йыйылыуы, тығындар барлыҡҡа килеүе баҙарға терәлеп торған йорттарҙа йәшәүселәр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған.

Буребайҙа--яңы баҙарБуребайҙа--яңы баҙар
Буребайҙа--яңы баҙар

Әлеге яңы баҙар Пугачев урамында урынлашҡан һәм һәр яҡлап уйланып, заманса һәм хәүефһеҙ итеп эшләнгән: павильондар уңайлы, биләмә кәртәләнгән, төҙөк.

Баҙар төҙөү проектын «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте хәйриә программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырған. Пугачев урамындағы иҫке йорттарҙа йәшәүселәр яңыларына күсерелгәс, бушаған майҙан баҙар майҙансығы булдырыу өсөн тулыһынса ҡулайлаштырылған. Газ торбалары алынған, 3000 квадрат майҙанға ҡырсынташ түшәлеп, ул тимер кәртәләү менән уратып алынған. Автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын булдырылған, юл һалынған. Һатыусыларға ла, ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн 10 сауҙа павильоны ҡуйылған.

Бүребайҙарҙы баҙарлы иткән, даими рәүештә урында йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте социаль яуаплы статуслы предприятие булыуын тағы берҙе раҫланы. Сауҙа барышының санитар нормаларға тап килеүе үҙе үк күп киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итә.

Баҙарҙың беренсе һатып алыусылары һәм һатыусылар яңы майҙансыҡтағы шарттарҙы юғары баһаланы.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

Буребайҙа--яңы баҙар
Буребайҙа--яңы баҙар
Буребайҙа--яңы баҙар
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас