

Гимназистар - "Йәйге шайморатов уйындары" призерҙары!
Кисә Баҡалы ауылында 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Йәйге Шайморатов уйындары»ның республика этабы үтте. Ярыштарҙа зона һайлап алыуҙы үткән 5-9 кластан 33 команда ҡатнашты.
Ҡатнашыусыларға ете һынау үтергә тура килә: оҙонлоҡҡа һикереү, тартылыу, спилс-карта йыйыу, теҙелеү әҙерлеге, Калашников автоматын йыйыу һәм һүтеү, уҡтан атыу һәм интеллектуаль викторина.
«Сибай» 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатты шайморатовсылары — Бикташев Эдуард Ирек улы, Таһиров Хөрмәтле Зөбәйер улы, Нәүширбанова Гөлсинә Азамат ҡыҙы Йосопова Гөлмәрйәм Зөбәйер ҡыҙы етәкселегендә 5 класс уҡыусылары яҡшы әҙерлек күрһәтте һәм 2-се урын алды!
Шәхси беренселектә Рәмзил Әлтәпов "Традицион башҡорт йәйәһенән атыу" номинацияһында еңеүсе булды.
Гимназистарҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!👍👍👍