+30 °С
Болотло


Ирина Голованова белдереүенсә, Баймаҡ районында һыу селтәрен яҡшыртыуға йәмғеһе 28 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
-Яңы торбаларҙың яраҡлылығы 50 йылдан ашыу ваҡытҡа иҫәпләнгән. Эштәр тамамланғас уҙғарылған тикшереүҙәр һыуҙың ситкә аҡмауын күрһәтте. Эсәр һыуҙың сифаты санитар нормаларға тап килә. Иң мөһим ҡаҙаныш: бынан ары райондың 17 меңдән ашыу халҡы һыуһыҙ интекмәйәсәк,--тине Ирина Голованова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Баймаҡ районында һыу селтәрҙәре «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Коммуналь инфраструктураны модернизациялау»федераль программаһына ярашлы яңыртылды.