АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
2 Сентябрь 2025, 06:15

Әминә уҡырға барҙы!

Фотоһүрәттәге матур ҡыҙыҡай--Әминә Яйыҡбаеваға 7 йәш. Ул Сибай ҡалаһының 9-сы лицейына 1-се класҡа уҡырға барҙы. Ата-әсәһенең ҡыуанысы, йыуанысы булған ҡыҙҙың Карина, Камила апайҙары ла ошо лицейҙа уҡып белем алған һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетын һайлаған. Карина иһә юғары уҡыу йортон тамамлап, Себер тарафтарында эшләп тә йөрөй. Камила апаһы әлегә студент.

Әминә уҡырға барҙы!Әминә уҡырға барҙы!
Әминә уҡырға барҙы!



-Әминәбеҙ бәләкәйҙән үҙаллы булып үҫте. Төптән уйлап эш итә, апайҙарынан күрепме, зауыҡлы, өлкәндәрсә фекер йөрөтөүе менән тиҫтерҙәренән айырыла. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Мәктәпкә яңы барырға ғына йөрөһә лә күптән хәрефтәрҙе белә, уҡый, яҙа. Шуға ла 1 сентябрь--Белем байрамын түҙемһеҙләнеп көттө,--ти уҡыусының әсәһе Гүзәл Нурислам ҡыҙы.-9-сы лицейға былтыр көҙҙән әҙерлек курсына йөрөнө. Шуға ла мәктәп мөхите уға ят түгел.
Кинйәкәүҙәренең уҡырға барыуын атаһы Иршат Яйыҡбаев та тулҡынланып көткән. Ни тиһәң дә балалар баҡсаһынан яңғы ғына сыҡҡан ҡыҙы оло тормош һуҡмағына—мәктәп юлына аяҡ баҫа. Сармат ҡасабаһында күркәм йорт һалған өс ҡыҙ атаһы Әминәнең бүлмәһен уҡыусыға яраҡлаштырып йыһазландырып ҡуйған.
Әминәгә ата-әсәһенең өмөтөн аҡларға, тырышып уҡырға һәм арымай-талмай белем үренә үрмәләргә генә ҡала. Ә ул булдырасаҡ! Барыһы ла уға ышана!

Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала 500 мең уҡыусы иҫәпләнә, шуларҙың 45 меңе тәүге тапҡыр парта артына ултырған. Улар араһында 1,2 меңенең атаһы, яҡыны махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Сибайҙа 700-ҙән ашыу бала беренсе класҡа уҡырға барҙы.

Республиканың мәғариф системаһы "Ғаилә", "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы үҫешә.

Әминә уҡырға барҙы!
Әминә уҡырға барҙы!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас