

Ҡайҙа ғына барһаҡ та иң тәүҙә уңған һәм өлгөлө ғаиләләр менән танышабыҙ. Улар—үҙ төйәгенең йөҙө һәм биҙәге, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Ауыл тотҡаһы булған ғаиләләр үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән күптәргә өлгө булырлыҡ: тәрбиәле балалар үҫтерәләр, уларға белем бирәләр, күпләп мал тоталар, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йорттары—күркәм, үҙҙәре—егәрле, эштәре уң булған ғаиләләрҙең береһе лә ҡайҙандыр ярҙам көтөп, эш юҡ тип ятмай, барыһын да үҙ ҡулдары, үҙ тырышлыҡтары менән булдырған. Иртә таңдан тороп, ҡояш байығанға тиклем эшләйбеҙ, һөт һәм ит ризыҡтарын үҙебеҙ баҙарға алып һатабыҙ, ти улар. Кемдәр икән ул Үрге һәм Түбәнге Таһирҙың уңған ғаиләләре? Әйҙәгеҙ, яҡындан танышайыҡ.
«Хөкүмәттән бер тин аҡса алғаныбыҙ юҡ»
—ти Альбина менән Айҙар Байраҡаевтар.
Үрге Таһир ауылындағы һуңғы урамдарҙың береһендә әллә ҡайҙан күренеп торған күркәм йорттоң ҡапҡаһы алдына килеп туҡтаныҡ. Унда әллә күпме техника теҙелеп киткәнлеген күргәс, берәй фермер йәшәйме икән тигән уй баштан йәшен тиҙлегендәй урап үтте. Яңылышҡанмын, бер ниндәй ҙә фермер ҙә, эшҡыуар ҙа булмай сыҡты Байраҡаевтар. Фәҡәт үҙҙәренең ҡул көсө менән булдырылған һәр ерҙә егәрле хужаларҙың әллә күпме тирҙәре сыҡҡан, төн йоҡолары йоҡламай, ял тип тормай эшләгән хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе генә икән. Бөгөн улар күрше Бөрйән районы үҙәгенә барып һөт ризыҡтары һатыу менән шөғөлләнә.
Темәс ҡыҙы Альбина Марат ҡыҙы менән Айҙар Бикйән улы 1997 йылда өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Альбина Марат ҡыҙы күрше Темәс ауылы балалар баҡсаһында логопед булып эшләй, ире аҙна һайын баҙарға йөрөп ит, һөт ризыҡтары менән һатыу итә.
—Ауыл ерендә йәшәгәс, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмайынса йәшәп булмай. Ирем һөнәре буйынса водитель, вахта ысулы менән ситтә лә эшләне. Үҙем дә күрше ауылға йөрөп эшләйем, етмәһә кесе ҡыҙыбыҙға сәләмәтлеге буйынса иғтибар ҙа талап ителде. Уйланыҡ та малды ишәйтеп, ҡош-ҡорт күпләп тоторға ҡарар иттек. Тәүҙәрәк бер нисә ҡатынды Айҙар Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылына баҙарға алып бара торғайны. Уларға ҡарап үҙе лә һатыу эшенә тотоноп китте. Бөгөн аҙна һайын май, ҡатыҡ, ҡорот, эремсек булһынмы, ит һәм башҡа ризыҡтарҙы тейәп, күрше районға сыға. Хәҙер инде үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ ҙа бар, заказ бирәләр, килгәнен көтөп кенә торалар,—ти Альбина Байраҡаева.
Техниканың күплеге тынғылыҡ бирмәгәс, был хаҡта ла һорамай булдыра алманым. «Ниндәйҙер дәүләт ярҙамына алдығыҙмы?»—тигән һорауға, икеһе лә бер юлы: «Юҡ!»—тип яуапланы.
—Балаларҙы уҡытыр өсөн тәүҙәрк аҙмы-күпме аҡсаны банкҡа һала барҙыҡ. Ҡайҙандыр был хаҡта ҡәйнеш белеп ҡалған да: «Еңгәй, аҡсағыҙҙы йыймағыҙ, уны эшкә ебәрегеҙ, нимәлер һатып алығыҙ. Ул һеҙгә хеҙмәт итеп ятһын»,—тигәс уйлаштыҡ та Өфөнән улыбыҙға тип фатир алырға булдыҡ. Ауыл кешеһенең аҡсаһы ни әле төҙөлөп ятҡан йорттан ғына алырға етте. Кискә тиклем алып йөрөттөләр ҙә, банк ябылыр алдынан шарт-шорт алып килеп, ниндәйҙер документтарға ҡул ҡуйҙырттылар. Уҡыған юҡ, ҡарамай ҡул ҡуйҙыҡ та тиҙерәк ҡайтырға сыҡтыҡ. Кискеһен йоҡлар алдынан уҡып ҡараһам, проценты хәтәр юғары, 30 йылға ипотека юлланған. Төнө буйы илап сыҡтым да киттем Баймаҡтағы Һаҡлыҡ банкына. Улар миңә матур итеп кенә аңлаттылар, 30 йылға һуҙмай тиҙерәк түләү мөмкинлеген өйрәттеләр. Һәм беҙ бар аҡсабыҙҙы йәһәтләп кредит түләүгә тотондоҡ һәм алты ай тигәндә ябып та ҡуйҙыҡ. Аҙаҡ банкта эшләгән ҡыҙҙар аптырап ҡалды. Түләп бөткәс, әйтерһең дә елкәнән ҙур йөк төшкәндәй булды һәм башҡа бер ваҡытта ла кредит алманыҡ. Аҡсаны йыябыҙ ҙа кәрәкле әйбер алабыҙ. Күптәр һеҙҙең ни кредит булмағас рәхәт, тиҙәр. Эш унда түгел, тапҡан малыңды үҙеңә иҫәпләп өйрәнергә кәрәк, сығымдарыңды барла, иң кәрәкле әйбергә генә тотон. Шул сағыңда йылдар дауамында һуҙылған кредиттарың да булмай,–ти хужабикә.
Айҙар Бикйән улының кинәйәләп кенә: «Ауылда ла ҡаланыҡынан ҡалышмай, киреһенсә шәп йәшәргә мөмкин»,—тигән һүҙҙәрендә тулыһынса хаҡлыҡ бар. Бары тик тырышырға ғына кәрәк!
Һүрәттә: Үрге Таһир ауылының иң уңған ғаиләләренең береһе Альбина менән Айҙар Байраҡаевтар.