АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
21 Июль 2025, 04:00

Торлаҡ менән ярҙам итәләр

Һәләк булған яугирҙәрҙең ҡатындарына торлаҡ менән ярҙам итәләр.

Торлаҡ менән ярҙам итәләрТорлаҡ менән ярҙам итәләр
Торлаҡ менән ярҙам итәләр

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләһенә торлаҡ менән ярҙам итәсәктәр. Һүҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, ҡабаттан никахҡа инмәгән һәм бер йәки бер нисә бала тәрбиәләгән ир менән ҡатын тураһында бара.

Һәләк булғандарҙың ҡатындары торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләүҙәрҙе беренсе сиратта ала аласаҡ. Был турала ҡарарға хөкүмәттә ҡул ҡуйылды. Социаль түләүҙәр торлаҡ хаҡының 35 процентынан кәм булмаясаҡ, тиелә документта. Хәбәр ителеүенсә, аҡсаны яңы төҙөлгән йорттан фатир һатып алыуға; үҙ торлағыңды төҙөүгә; ипотеканың тәүге иғәнәһен йәки түләүен ҡаплауға йүнәлтергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: БАШИНФОРМ

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас