АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
16 Июль 2025, 10:55

Баймаҡ күркәмләнә

Баймаҡ ҡалаһы көндән-көн матурая. Был төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһына ярашлы бара.

Баймаҡ күркәмләнәБаймаҡ күркәмләнә
Баймаҡ күркәмләнә

Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге паркын реконструкциялау тулы көсөнә бара. Тиҙҙән район халҡы һәм ҡунаҡтары яңыртылған майҙанда ял итеүҙән ләззәт ала аласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» дәүләт программаһына ярашлы бара. Паркта яңы аттракциондар, яңыртылған балалар майҙансығы, сәхнә, спорт зонаһы, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк. Яр зонаһына айырыуса иғтибар бүленә: пирс һәм йылғаға ҡараған күҙәтеү майҙансығы төҙөлә. Бөтә эштәр раҫланған графикка ярашлы башҡарыла. Төҙөлөштө тамамлау һәм объектты тапшырыу муниципаль контракт шарттарына ярашлы ағымдағы йылдың октябрь аҙағына планлаштырылған. Төҙөкләндереү тамамланғандан һуң, парк ҡала-район сараларын һәм байрамдарын үткәреү өсөн майҙансыҡҡа әйләнә.

 

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Архитектура для человека. Практикум о том, как создавать пространства, в которых хочется жить» тип исемләнгән уҡыу программаһында булды.

—Беҙ «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә ошо маҡсатҡа федераль саралар йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында Башҡортостандан 34 проект еңеүсе булды, уларҙың 27-һен тормошҡа ашырҙыҡ та инде,—тип белдерә Радий Хәбиров.

 

 

Беҙҙең замандаштарыбыҙ ҙа был тәңгәлдә һиҙелерлек эштәр башҡарылғанын белдерә. «Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ күҙгә күренеп үҙгәрә, матурая»,—тип белдерә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас