Мәғлүмәт
3 Июль 2025, 05:55

Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!

Сибай ҡалаһының “Юлдаш” лагерында беренсе заезд тамамланды. Ике аҙна дауам иткән сменала башлыса атайҙары, яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 7 йәштән алып 15 йәшкәсә 147 бала ял итте. Йәмғеһе 6 отряд булдырылған. Бынан тыш Балалар ижады үҙәгенең баскетбол секцияһында шөғөлләнеүселәр 10 көнлөк профилле лагерь ойошторған. Уларҙан һуң “Ирәндек” боҙ һарайының шорт-трексылары тәбиғәт ҡосағында күнекмәләр уҙғарған. Әйткәндәй, спортсылар айырым корпусҡа урынлаша. Уларҙың инвентарҙары ла үҙҙәренеке. Балаларҙың иртәһе зарядканан башлана. Дөйөм линейка уҙғарылып, рапорт бирелгәндән һуң, һәр кем үҙ отрядында төрлө саралар үткәрә. Кис “отряд шәме”нә йыйылалар: ял итеүселәр көндөң нисек үтеүе, ниндәй файҙалы эштәр башҡарыуҙары менән бүлешә, көнгә йомғаҡ яһай. Уҡыусыларға иң ҡыҙығы, әлбиттә, дискотека. Көнө буйы йүгереп, уйнап арыһалар ҙа күмәк бейеүҙе ҡалдырмайҙар.

Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!
Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!

 

 

Беҙ барғанда балалар шау-гөр килеп атай-әсәйҙәр көнөнә әҙерләнә ине. Балалар ҡәҙерлеләрен концерт ҡуйып ҡыуандырмаҡсы.

-Миңә бында барыһы ла оҡшай, уйнайбыҙ, ярышабыҙ, тәмле итеп ашайбыҙ. Бында яҡын дуҫтар таптым,--тип ҡыуана 8 йәшлек Арсен Мөхәмәтов.

-Мин бында икенсе тапҡыр ял итәм. Беҙ ғаиләлә 6 бала, апай-ағайҙарым да ошо лагерҙа йәйҙәрен үткәрҙе. Инсценировкаларҙа күберәк ҡатнашам, сөнки Балалар сәнғәт мәктәбенең театраль студияһында шөғөлләнәм,--ти 10 йәшлек Әнисә Әхмәтйәнова.

Балалар лагерының быйыл директоры яңы. Ҡаланың мәғариф идаралығы методисы Асия Мөхәмәт ҡыҙы Дилмөхәмәтоваға директор вазифаһы йөкмәтелгәс, бер аҙ ҡаушап ҡала. Тик мәғариф идаралығы начальнигы Оксана Герасимованың ныҡлы ярҙамын тойоу менән барлыҡ шиктәре тарала.

-Балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары коллективтары лагерҙы яңы миҙгелгә әҙерләүгә тос өлөш индерҙе. Улар корпустарҙы буяны, ремонтланы, йыуҙы, йышты. Барыһына ла ҙур рәхмәт!—ти Асия Дилмөхәмәтова.-“ТехноТерра” технопаркы хеҙмәткәрҙәре лагерға ингән урынға ҡуйырға “Юлдаш” яҙыуын әҙерләй. Ҡала хакимиәте етәкселәре теннис сеткалары, ракеткалар, туптар алып бирҙе. Ҡала Советы депуттары өҫтәл уйындары, китап, журналдар килтерҙе.

Вожатыйҙар булып Сибай пдегогия колледжы һәм Сибай институты студенттары эшләй. 15 вожатыйҙың барыһы ла балалар менән уртаҡ тел тапҡан. Уларҙың ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың ялын вожатыйҙары төрләндереп, ҡыҙыҡлы итеп үткәртә. Уларға ярҙамға Балалар ижады үҙәге пелдагогтары килеп, төрлө мәҙәни, спорт саралары уҙғара. Лагерға шулай уҡ янғын һағы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре килеп тәрбиәүи йәһәттән һөйләшеүҙәр үткәрә. Улар уҡыусыларға яҡтылыҡты кире ҡаҡтырыусы элементтар ҙа бүләк иткән.

Уҡыусыларға лагерь биләмәһенән сығырға, походтарға йөрөргә рөхсәт ителмәй. Бер яҡтан янғын хәүефһеҙлеге буйынса урманға инергә ярамай, икенсе яҡтан, айыуҙарҙың булыуы ихтимал.

Тәбиғәт ҡосағында уйнап, ял иткән ҡыҙҙар-малайҙарҙы ашнаҡсы Венера Айытбаева тәмле итеп бешереп ашата. Сәләмәтлектәре һағында шәфҡәт туташы Әлиә Ихсанова тора.

Балалар ялдарынан бик ҡәнәғәт. Лагерь етәкселеге иһә киләһе йылда корпустарҙы, клубты, ашхананы, бассейнды ремонтлауға, күмәк саралар уҙғарыу өсөн музыкаль, спорт ҡоролмалары һатып алыуға финанс ярҙамы бүленһә, лагерҙа тағы ла күңелле һәм уңайлы буласағын белдерҙе.

3 июлдә “Юлдаш” лагеры икенсе сменаға балалар ҡабул итә.

Римма Юнысова.

Автор фотоһы.

 

Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!
Тәбиғәт ҡосағында рәхәт!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас