– Беренсе, әҙерлек этабы бөгөн башланды һәм сентябргә тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа территория кәртәләнә, ҙур йөк машиналарын ҡабул итеү өсөн майҙансыҡ әҙерләнә, төҙөлөш ҡаласығы төҙөлә. Икенсе этап – реставрация, ул сентябрҙә башлана. Скульптура цехҡа күсерелә һәм һүтелә. Уның эске каркасы һәм тышҡы пластиналары алмаштырыла, ат күкрәгендә юғалған медальон тергеҙелә. Был этап 2027 йылдың апреленә тиклем дауам итә һәм скульптураның урынына ҡайтыуы менән тамамлана. Өсөнсө этап һәйкәл эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙе һәм фонтанды яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Һәйкәл 2027 йылдың октябрендә асыла, – тип аңлатты Салауат Ҡолбахтин.
Локация элекке кеүек ҡаласаҡ, һәйкәл янында бер ниндәй ҙә яңы элементтар барлыҡҡа килмәйәсәк, ул тап нисек булған, шулай кире ҡайтасаҡ. Берҙән-бер үҙгәреш – ул һәйкәлдең төҫө, элеккесә ҡараһыу һоро төҫкә әйләнә, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
Идаралыҡ етәксеһе шулай уҡ һәйкәл булмаған осорҙа уның урынында ваҡытлыса арт-объект йәки лазер проекцияһы булмаясағын белдерҙе, был төҙөүселәргә ҡамасаулауы мөмкин.