АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
17 Июнь 2025, 09:55

«Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә

Башҡортостанда «Ҡала тренеры» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

«Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә«Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә
«Ҡала тренеры» программаһында ҡатнашыусыларға 1 миллион һум түләнә

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошо  турала хәбәр итте.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырыла.

«Аҡсаны торлаҡ (йорт йәки фатир), өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөү өсөн тотонорға мөмкин», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Ғаризаларҙы спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығында тапшырырға мөмкин (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, 4-се бүлмә). Талап ителгән документтар исемлеге ведомство сайтында баҫылған.

Автор:
Читайте нас