АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
16 Июнь 2025, 06:15

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды

Башҡортостанда тантаналы рәүештә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Ул данлы яугир һәм шағир-сәсәндең исемен йөрөткән Салауат районында урынлашҡан.

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылдыБашҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды
Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды

Һәйкәл Өфөнөң төп биҙәге булған атлы статуяның күсермәһе булып тора. Монументта «Салауат Юлаев (1754-1800) — башҡорт халҡының милли геройы» тигән яҙыу ҡуйылған.

«Салауат районына ингән ерҙә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Салауат Юлаев –  республикабыҙ символы,ул беҙҙең хәтерҙә мәңгегә хоҡуҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшсеһе булып ҡалыр. Яҡташыбыҙҙың рухы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм тыуған ил өсөн изге эштәргә рухландырһын!» — тип яҙҙы район башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ошо көндәрҙә Салауат районында «Салауат йыйыны-2025» республика фольклор байрамы ойошторолдо. Быйыл ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-15/v-bashkirii-torzhestvenno-otkryli-pamyatnik-salavatu-yulaevu-4276759

Автор:
Читайте нас