Мәғлүмәт
29 Мая 2025, 03:35

Өфөлә «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән таныштырҙылар

Бөгөн Өфөлә «Баштәржемә» яңы автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән таныштырҙылар. Проекттың презентацияһы БР Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышында үтте.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, платформа тикшереү үткәндән һуң өс көндән эшләй башлаясаҡ.

«Беҙ тиҙ үҙгәргән донъяла йәшәйбеҙ, яһалма интеллект һәм башҡа технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә тармаҡтарын да ялмап алып бара. Яңы ғына «Һомай» аҡыллы колонкаһы өсөн ҡыуанғайныҡ. Бөгөн иһә профессиональ тәржемә сервисын булдырҙыҡ. Хөкүмәт указына бер нисә үҙгәреш индерҙек. Улар тораҡ пункттарҙың, географик объекттарҙың, предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларының атамаларын дәүләт телендә яҙыу өсөн автоматлаштырылған системаларҙы ҡулланыу мөмкинлеген бирә», — тип белдерҙе Урал Килсенбаев.

 
Автор:
Читайте нас