Ағымдағы йылда шулай уҡ капиталь ремонт үткәреү федераль программаһы сиктәрендә 3 колледжды (Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау производствоһы колледжы, Салауат белем биреү колледжы, Стәрлетамаҡ политехник колледжы) ремонтлау планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 282,1 миллион һум бүленә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта һөйләне.
2026 йылда Дыуан күп профилле колледжының Яңы Балаҡатай ауылы филиалында модулле ятаҡтар төҙөү, ошо колледждың Малаяҙ филиалы ятағын ремонтлау, шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжы Ҡырмыҫҡалы филиалының уҡыу корпусын һәм ятағын төҙөкләндереү күҙаллана. Капиталь ремонт өсөн 8 колледжға – «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусыларға һәм грант алыусыларға республика бюджетынан аҡса бүленә. Уларҙың һәр береһенә шулай уҡ 50 миллион һум тапшырыла.
Федераль программа буйынса 5 колледжды ремонтлау эштәре дауам итәсәк. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 426,6 миллион һум йүнәлтелә. Бынан тыш, 2027 йылда 50 миллион һумға Башҡортостан агросәнәғәт колледжы Иглин филиалының уҡыу корпусын ремонтлау планлаштырыла.