Мәғлүмәт
28 Апреля 2025, 09:55

Мутлашыусылар Teлеграмға акциялар менән хәүефле һылтанмалар ебәрә

Мутлашыусылар Телеграмға акцияларҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән һылтанмалар ебәреп, аҡса урлай башлаған. Был хаҡта ТАСС Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

 Енәйәтселәр ысынға оҡшаған логотип ҡулланылған мутлашыусылар каналына яҙылырға күндерә. Хәйлә ҡорбанына 70% тиклем кешбэк алырға мөмкинлек биргән акцияла ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Һылтанма буйынса күскәндә банк клиенттарынан смс-хәбәрҙәрҙең кодын һорайҙар, ул шунда уҡ мутлашыусыларға эләгә, тип белдерҙеләр ведомствола.

Бынан алдараҡ «Башинформ» уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡының мутлашыусыларға 20 миллион һумдан ашыу аҡса күсереүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-28/moshenniki-rassylayut-v-telegram-opasnye-ssylki-s-aktsiyami-4215453

Автор:
Читайте нас