+30 °С
Болотло


—Районда сәсеү кампанияһы башланды. Тәүгеләрҙән булып, ғәҙәттәгесә, яҙғы баҫыу эштәренә Виктор Власенконың КРӘҪТИӘН-ФЕРМЕР ХУЖАЛЫҒЫ хеҙмәткәрҙәре тотондо. Быйыл улар алты мең ярым гектарҙан ашыу майҙанда иген сәсергә ниәтләй. Район буйынса быйыл яҙғы сәсеү 75844,4 мең гектар тәшкил итәсәк, шуларҙың 68217,0 мең гектары—иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары. Сәсеү эштәренә 186 берәмек техника сығасаҡ. Аграрийҙарыбыҙға уңыштар һәм яҡшы уңыш теләйбеҙ!—тип яҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.