Был аҙнала Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауаның уртаса тәүлек температураһы норманан 3-9° юғарыраҡ була, йәғни +7°-ҡаса йылыта. Тимәк, ҡар әүҙем ирейәсәк. тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Кесе дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе (һыуҙың боҙ өҫтөнә сығыуы) ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:
*йорт эргәһендәге территориянан ҡарҙан таҙартырға,
*һыу ағыҙыу һәм һыу үткәргес торбаларҙы таҙартырға,
*бөтә ҡиммәтле әйберҙәрҙе подвалдарҙан, келәттәрҙән алырға,
*документтар, аҡса, кейем комплекты, кәрәкле дарыуҙар әҙер булһын,
* мөмкин булһа итек, кәмә, махсус костюм әҙерләргә,
* ул-был хәл була ҡалһа, хакимиәттә йорт малын эвакуациялау урыны асыҡланһын.
Фото: МЧС РОССИИ