Әсәйҙәр йә мөгөҙ тараҡ, йә кәкере тараҡ, йә теген энәләре, унан башҡа кәрәк - яраҡтар алып ҡалалар ине. Ә әсәйҙәр аҡса түләп алмайҙар бит үҙҙәренә кәрәк нәмәләрҙе, аламаға алыштыралар. Ым бабай балаларға һыҙғыртҡыслы шарҙар бирә, ҡош булып сырылдаған уйынсыҡ бирә. Малайҙар пистон алып ҡалырға тырыша.
Беҙҙе иң аптыратҡаны ул бабайҙың иҫке, алама, туҙып - ылбырап бөткән көпөләр, пәлтәләр, инде ямап бирерлеге ҡалмаған көпө салбарҙар, куфайкалар йыйыуы ине.
- Ишшеү юҡмы? Бар, һорап килегеҙ әле, - тип, беҙҙе ҡайтарып ебәрә. Юҡ шул. Алама нәмә юҡ беҙҙә. Булһа, мин дә алып барып бирер инем, күҙ яуын алып ятҡан атлас таҫма алып ҡалыр инем... Башҡаларҙа ла әллә ни күп булмағандыр алама, арбаһы Мәтемдә лә тулмаған. Беҙҙән һуң Ҡортүлгәнгә китә - уларҙа күберәк булһа ярай ине алама.
Бер килгәнендә һорарға баҙнат иттем шулай ҙа.
- Ым бабай, тинем, - ул иҫке - моҫҡо кейемдәрҙе нимәгә йыяң, уны нимәштәтәң? - тинем. Бабай миңә ҡарааап торҙо ла:
- Һы, - тине. Шунан:
- Ыым... Мм... - тип өндәшмәй торҙо. Яуап бирҙе үҙе, былай тине:
- Һөкөмәт йыйырға ҡуша, ҡыҙым. Шул алама кейемдәрҙе йыуып, таҙарталар ҙа, ти, теткеләп, ти, матрас эшләйҙәр, ти. Балнистарға, һалдаттарға ебәрәләр, ти. Ыммм. Ул тиклемен мин дә белеп бөтмәйем. Ммм.
Мин әле бәләкәймен, матрастың нимә икәнен күргәнем юҡ әле.
- Бар, ҡайт, алама кейем алып кил, - ти миңә Ым бабай.
Юҡ шул беҙҙә алама. Барғандайҙарын әсәйем аҫтыбыҙға түшәк итә. Ылбыраамай ҡалған ерҙәре - ямаулыҡ. Ямаулыҡ та күп китә беҙгә.
Таңһылыу Ҡарасурина.
21.02.25.
фото интернеттан