АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
15 Ғинуар 2025, 09:30

Башҡортостандан журналист МХО-ла һәләк булған

Башҡорт журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Махсус хәрби операция барышында хәрби задание үтәгәндә журналист, Бөрө районының «Победа» гәзите баш мөхәррире Винер Йыһаншин һәләк булған.

Башҡортостандан журналист МХО-ла һәләк булғанБашҡортостандан журналист МХО-ла һәләк булған
Башҡортостандан журналист МХО-ла һәләк булған

Башҡорт журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Махсус хәрби операция барышында хәрби задание үтәгәндә журналист, Бөрө районының «Победа» гәзите баш мөхәррире Винер Йыһаншин һәләк булған.

Винер Йыһаншин 2024 йылдың октябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. МХО-ға юлланыр алдынан журналист «Башинформ» хәбәрсеһенә, Ватанды һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы, тигәйне.

— Был минең конституцион һәм кешелек бурысым. Бөгөн был нацистар Курскиға баҫып инде, иртәгә минең өйгә килеүҙәре бар, беҙгә уларҙы ҡыуып сығарырға кәрәк. Бөрө егеттәренә, МХО хәрбиҙәренә күп ярҙам иттем, гуманитар ярҙам йыйҙым. Шулай уҡ гәзитебеҙҙәге «Патриот» рубрикаһында ҡаһарман яугирҙәр, ирекмәндәр тураһында күп яҙҙым. Ир-егеттең һүҙҙәре уның эштәренә тап килергә тейеш, — тигәйне Винер Фларис улы.

Винер Йыһаншин 1964 йылдың 1 ғинуарында Борай районының Ғүмәр ауылында тыуған. 1990 йылда Караганда дәүләт университетының «Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» белгеслеге буйынса уҡып сыға. 1997 йылда Бөрө районының «Победа» гәзите редакцияһына хәбәрсе булып эшкә килә. 2016 йылда «Победа» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы.

«Башинформ» агентлығы Винер Йыһаншиндың ғаиләһенең, дуҫтарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Сығанаҡ: Башинформ.


Мәғлүмәт агетлығына ҡушылып, «Атайсал» гәзите коллективы ла Винер Йыһаншиндың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сбырлыҡ теләй.

Автор:
Читайте нас