Баймаҡ районының Моҡас ауыл биләмәһенең 1-се Төркмән ауылы быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Ошо маҡсатта үткәрелгән ауыл йыйылышында проект аша хәл итеүҙе талап иткән бер нисә проблема күтәрелде. Әммә Төркмән ауылы халҡы балалар майҙансығы төҙөүҙе иң кәрәкле йүнәлеш тип тапты.