АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
14 Ғинуар 2025, 10:25

Йәшәү минимумы күпме?

Бер танышыма: «МРОТ» та «МРОТ» тип хәбәр һөйләйем... Оҙаҡ тыңлағандан һуң ул: «Нимә ул МРОТ?»—тип һорап ҡуйҙы... Ә һеҙ беләһегеҙме нимә ул? Ә күләмен?

Йәшәү минимумы күпме?Йәшәү минимумы күпме?
Йәшәү минимумы күпме?

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итте. Был уҙған йылға ҡарағанда 2029 һумға йәки 14,714,7% күберәк.

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер йәшәү минимумы күләме эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 17 202 һум, пенсионерҙар өсөн – 13 573 һум, балалар өсөн 15 309 һум тәшкил итә.

Бынан алдараҡ Рәсәй Хөкүмәте 2026 йылдан йәшәү минимумын халыҡтың килем кимәленә түгел, ә инфляцияға ҡарап билдәләргә тәҡдим итте. Бындай закон проекты Дәүләт Думаһына өс йыллыҡ бюджет проекты менән бергә индерелде, тип яҙғайны «Башинформ».

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас