Әйҙәгеҙ, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡайһы бер ғәҙәт-ҡылыҡтарына күҙ һалайыҡ , уларҙың файҙаһы хәҙерге фән тарафынан раҫлана.
Иртә тороу
Мөхәммәт пәйғәмбәр (уға тыныслыҡ һәм фатиха) иртә йоҡларға ята һәм көн һайын аҙан менән бергә фәжерҙә уяна. Иртә уянған кешенең эш һәләте һәм психик торошо күпкә яҡшыраҡ була, быны фән дә иҫбатлай. Шуға иртә тороу ауыр булып тойолһа ла, әкренләп—тәүҙә 15 минутҡа иртәрәк торорға ғәҙәтләнегеҙ. Тормош сифатын яҡшыртам тиһәгеҙ, ошо аҙымдан башлағыҙ.
Иртә тороу өсөн нимә эшләргә?
* Иң мөһим эштәрҙе иртәнсәккә планлаштырығыҙ (уянырға һәм тиҙерәк уға тотонорлоҡ булһын).
* Телефонығыҙҙы һүнде-регеҙ, будильникты карауаттан алыҫыраҡ ҡуйығыҙ (йоҡо аралаш һүндермәҫ өсөн).
* Һеҙгә юрған аҫтында йылы булһын, әммә бүлмәләге һауа температураһы +16-21°градустан артмаһын.
* Йоҡлар алдынан көн дә йылы һыу эсегеҙ (был организмды ял иттерә һәм яңырыуға булышлыҡ итә)
* Тулы ҡараңғылыҡта йоҡлағыҙ (йоҡо гормоны мелатонин ҡараңғылыҡта барлыҡҡа килә)
* Үҙегеҙгә ныҡ оҡшаған иртәнге аш әҙерләгеҙ.
Ашауҙа сама
Мөхәммәт Пәйғәмбәр (уға тыныслыҡ һәм фатиха) ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн туҡланыуҙа тыйнаҡлыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм күп быуаттар үткәс кенә фән уның тулыһынса хаҡлы булыуын иҫбатлай. Шуныһы ҡыҙыҡ: «ашҡаҙандың өстән бер өлөшө—ашау өсөн, өстән бер өлөшө—шыйыҡса өсөн һәм өстән бер өлөшө—һауа өсөн» тигән ислам принцибы япон принцибы «харахачибу»ға яҡын. Йәғни ашҡаҙанды 80 процентҡа тултырыу ғына кәңәш ителә.
Әкрен ашау
Ашҡаҙандың тулыуы тураһында сигнал башыбыҙға барып етһен өсөн 20 минут ваҡыт кәрәк. Тимәк, әкрен генә ашау аҙыраҡ ашарға, аш һеңдереүҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (уға тыныслыҡ һәм фатиха) шулай эшләгән һәм башҡаларға шулай эшләргә кәңәш иткән.
Уйланылған аҙыҡ
«Айырым түгел, бергәләп ашағыҙ, сөнки төркөмдә—фатиха»,—ти пәйғәмбәр (уға
тыныслыҡ һәм фатиха). Бргәләп ашау һәм ашауҙан ләззәт алыу стрессты кәметә, ғаилә һәм романтик мөнәсәбәттәрҙе нығыта, балаларҙа сәләмәт туҡланыу ғәҙәттәрен тәрбиәләй.
Дөрөҫ эсемлек
"Дөйә кеүек бер күтәргәндә эсмәгеҙ, ике йәки өс тапҡырға бүлеп эсегеҙ",—тип кәңәш итә пәйғәмбәр. Ул үҙе шулай эскән. Хәҙерге ғалимдар иҫбатлауынса, «бер ултырғанда» күп эсеү баш
ауыртыуына, баш әйләнеүе-нә, организмдың электролит балансын боҙоуға килтерә. Әкрен эсеү шыйыҡсаны дөрөҫ һеңдереүҙе тәьмин итә һәм унан максималь файҙа алырға ярҙам итә.
Гранат
Был емеш пәйғәмбәрҙең иң яратҡан емештәренең береһе булған. Хәҙерге фәнни тикшеренеүҙәр уның ысынлап та планеталағы иң файҙалы емеш-еләктең береһе булыуын иҫбатлай. Унда метаболизм процесында һөйәк структураһын формалаштырыуға ярҙам иткән марганец, шулай уҡ күҙәнәк стеналарының нормаль эшләүен тәьмин итеүҙә һәм шыйыҡса балансын һаҡлауҙа ҡатнашҡан калий бар. Гранат шулай уҡ флавоноидтарға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлаусы
полифенол-антиоксинадтарға бай.
Ураҙа
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең нимә ашауыбыҙ ғына түгел, ә ҡасан һәм нисек эшләүебеҙ ҙә мөһим. Мөхәммәт пәйғәмбәр (сал-лаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) даими рәүештә ураҙа тота һәм уны Рамаҙан айында ғына үтәмәй. Ул мәғрибкә тиклем (исламда ҡояш байығандан һуң киске намаҙ) һәр дүшәмбе һәм кесаҙна, шулай уҡ һәр айҙың 13-сө, 14-се һәм 15-се көнөндә ураҙа тота. Ул эшләгәнде хәҙерге фән «ваҡыт арауығында асығыу» тип атай һәм уның файҙаһын иҫбатлай: ул гормондар кимәлен көйләй, окисланыу стресын иҫкәртә, дөйөм шешеүҙе кәметә. Баҡтиһәң, аҙ ашаған һайын организм аш һеңдереү эше менән аҙыраҡ «шөғөлләнә» һәм шул рәүешле үҙ-үҙен дауалай.
Финик
Был емеш ашауҙан тыйылып торғандан һуң, бик яҡшы аҙыҡ: улар ҡандағы шәкәр кимәлен һәм электролит балансын көйләй, туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек ҡулланыр алдынан аш һеңдереү системаһын эшләтеп ебәрергә ярҙам итә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыр алдынан финик ашарға кәңәш итә. Финиктың организмда окситоцин етештереүҙе көсәйтеүе һәм бала табыуҙы тиҙләтеүе билдәле.
Әүҙем йәшәү рәүеше
Исламдың биш бағанаһы-ның өсәүһен үтәү өсөн яҡшы һаулыҡ һәм физик форма талап ителә. Намаҙ үҙе үк мускулдар һәм быуындар хәрәкәте менән бәйле физик күнекмә төрө. Ураҙа тотоу һәм хаж да һаулығың ныҡ булмаһа ауырға тура килә. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеүҙе ны-ҡышмалы рәүештә хуплай һәм ата-әсәләргә балаларҙы физик тәрбиәләү менән шөғөлләнергә, «уларҙы йө-ҙөргә, һыбай йөрөргә һәм уҡтан атырға өйрәтергә» ҡуша.
Һеҙ яҡшыраҡ булырға, көсһөҙҙәргә хас алама ғәҙәттәрҙе еңеп сығыуға лайыҡлы. Үҙ-үҙеңә ышаныу ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә ярҙам итә, ә кире ғәҙәттәрҙе алмаштырған яҡшы ғәҙәттәр тормошто сағыуыраҡ, сәләмәтлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә. Сөнки яҡшы урын буш булмай. Ямандарын файҙалы ғәҙәттәр менән алмаштырығыҙ һәм үҙегеҙ ҙә үҙгәреш күрерһегеҙ.
*Мәҡәләне Резеда Усманова әҙерләне.
Башҡа сайттарға авторҙың һәм редакцияның рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.