Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Ғинуар , 11:05

Трасса ябылды

Сәғәт 2-гә тиклем Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.

Трасса ябылды
Трасса ябылды

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуына бәйле ике трасса тулыһынса ябылды. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһында (Бөрө, Благовещен, Мишкә, Борай райондары) бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Быға һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпсе (ҡар, буран, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе).

Сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Шулай уҡ 9 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.

Автор:
Читайте нас: