—Мәрхүмдең 3 (7, 40, бер йыллығын) көнөн үткәреү тураһында Ислам шәриғәтендә бер һүҙ ҙә юҡ, был фәҡәт халыҡтың йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте генә. Бәлки, кемдеңдер аят үткәреү өсөн мөмкинлеге (аҡса, ваҡыт һ.б.) юҡтыр һәм үткәрмәгәне өсөн уға гонаһ булмай. Әгәр мөмкинлеге булып, мәрхүм булған яҡынының рухына аят уҡытһа, доғаһы мәрхүмгә барып ирешә, ә уҡытҡан кешегә сауап ҡына буласаҡ (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи).
Халыҡтан ингән (байрам көндәре мәжлес ойоштороп, аят уҡытыу; никахты ҡыҙ яғында уҡытыу; мәүлит үткәреү һ.б.), йәғни шәриғәттә булмаған йола, ғөрөф-ғәҙәтте үтәмәһәк гонаһ була тип, динде белмәйенсә әйтеү үҙе үк гонаһ. Сөнки халыҡ йолаларының Аллаһ үтәргә бойорған иман һәм ғибәҙәт мәсьәләренә бер ниндәй ҙә ҡатнашы (мөнәсәбәте) юҡ. Пәйғәмбәребеҙ шәриғәткә ҡаршы килмәгән ғәрәп халҡының йолаларына бер һүҙ ҙә әйтмәгән, ә шәриғәткә ҡаршы килгән йолалар тыйылған (Бүхари; Мүслим).