Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Декабрь 2024, 16:10

Әсәләргә—миҙалдар

Баймаҡ хакимиәтендә күп балалы әсәйҙәргә миҙалдар, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Әсәләргә—миҙалдар
Әсәләргә—миҙалдар

 Ғаилә—ул тормошта иң мөһим ҡиммәт, һәм унда балалар күп булғанда, был икеләтә бәхет килтерә.

Бөгөн Баймаҡ хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов алты бала тәрбиәләгән әсәләргә миҙалдар тапшырҙы. Хәсән ауылынан Әлифә Таһир ҡыҙы Садыҡова һәм 1-се Төркмән ауылынан Рузилә Ғаяз ҡыҙы Ғөбәйҙуллина «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

Бынан тыш, Түбә ауылынан Азат менән Зилә Үтәбаевтарҙың биш бала тәрбиәләгән ғаиләһе лә билдәләнде. Улар «Күп балалы ғаилә» номинацияһында беренсе урын яуланы һәм «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашыусы дипломын алды. Шулай уҡ район хакимиәтенән Рәхмәт хаты Баймаҡтың 5-се мәктәбе ашнаҡсыһы, дүрт бала әсәһе Оксана Ханафинаға тапшырылды. 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: