Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Декабрь 2024, 14:35

Яҡташ яугиребеҙ Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Красноусол ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Ғафури» позывнойлы яугир Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов хәбәр итте.

«Ғафури» МХО биләмәһендә Төньяҡ Донецк йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яугир танкыға ҡаршы артиллерия батальонының мотоуҡсылар дивизияһы составында хәрби бурыстарҙы үтәй.

«Көс-ҡеүәт, рух күтәренкелеге һәм тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйем», - тигән изге теләктәрен еткерә Венер Вәхитов.

МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөргән теләгәндәр 117 номеры буйынса илдең хәрби ведомствоһына, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: