Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Декабрь , 13:25

Нигеҙ ныҡ, мәктәп яҡты булырға тейеш

2025 йылда Ҡолсора урта мәктәбе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡолсора ауылы биләмәһе халҡы ла Ҡолсора урта мәктәбенең нигеҙен нығытырға һәм мәктәп эсендәге яҡтылыҡ приборҙарын замансаға алмаштырырға тигән тәҡдимде хуплап сыҡты. Мәктәпкә капиталь ремонт кәрәклеген һәр кем белә. Әлбиттә, мөһим булған был проблемаларҙы мәктәп коллективы үҙ көсө менән генә башҡарып сығара алмай. Шуға күрә, беҙгә мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлеге ваҡытта уҡып йөрөгән һәр бала проектты тормошҡа ашырыу өсөн башҡарыласаҡ эштәрҙең мөһимлеген аңлай. Мәктәптә төҙөлгән инициатив төркөм менән бергә уҡыусылар ҙа программаны хуплап төрлө саралар үткәрә.

Нигеҙ ныҡ, мәктәп яҡты булырға тейеш
Нигеҙ ныҡ, мәктәп яҡты булырға тейеш

Мәктәп – һәр уҡыусы өсөн икенсе өй тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Һәр балаға үҙе белем алған мәктәп яҡын һәм ҡәҙерле була, уларҙың күп ваҡыты мәктәптә үтә: белем ала, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, өҫтәмә белем ала. Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбе ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән. Белем усағы үҙ дәүерендә бик күп уҡыусылар сығарған. Мәктәптә белем һәм тәрбиә алған сығарылыш уҡыусылары төрлө профессия кешеләре блып китә. Фән өлкәһендә ныҡышмалы эшләп, фән докторы, профессор дәрәжәһенә күтәрелеүселәр, сәнғәт өлкәһендә, ауыл хужалығында көс түгеүселәр, хәрби юлды һайлап, илебеҙҙең тыныслығы һағында хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Бөгөнгө көндә мәктәптә 133 уҡыусы белем ала, ә мәктәпкәсә йәштәге әҙерлек төркөмөндә 20 бала шөғөлләнә. Улар ҙа үҙҙәренән алда уҡығандарҙың юлын лайыҡлы дауам итәләр. Уҡыусылар олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

2025 йылда Ҡолсора урта мәктәбе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡолсора ауылы биләмәһе халҡы ла Ҡолсора урта мәктәбенең нигеҙен нығытырға һәм мәктәп эсендәге яҡтылыҡ приборҙарын замансаға алмаштырырға тигән тәҡдимде хуплап сыҡты. Мәктәпкә капиталь ремонт кәрәклеген һәр кем белә. Әлбиттә, мөһим булған был проблемаларҙы мәктәп коллективы үҙ көсө менән генә башҡарып сығара алмай. Шуға күрә, беҙгә мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлеге ваҡытта уҡып йөрөгән һәр бала проектты тормошҡа ашырыу өсөн башҡарыласаҡ эштәрҙең мөһимлеген аңлай. Мәктәптә төҙөлгән инициатив төркөм менән бергә уҡыусылар ҙа программаны хуплап төрлө саралар үткәрә. Киләсәктә проект конкурстан үтеп, тормошҡа ашырылыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Йәнғолова Илгизә, Ҡолсора урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы.

Баймаҡ районы.

Автор:
Читайте нас: