Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Декабрь , 11:15

Урамдарына һыу үтеүен теләйҙәр

Баймаҡ ҡалаһының Садовая һәм Набережная урамында йәшәүселәр Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылып, яңы 2025 йылда һыу үткәреп алырға теләй. Ошо маҡсаттан урамда йәшәүселәр тәүге йыйылыш уҙғарҙы.

Урамдарына һыу үтеүен теләйҙәр
Урамдарына һыу үтеүен теләйҙәр

Йыйылышта ҡала хакмиәте етәкселеге программала ҡатнашыуҙың шарттарын һәм уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән нимәләр башҡарырға кәрәклеген аңлатты. Урында йәшәүселәр программа аша һыу торбалары һуҙҙырыу, балалар уйын майҙансығы булдырыу, юлды капиталь ремонлау һәм башҡа киҫкен торған мәсьәләләрҙе лә хәл итергә теләүҙәрен белдерҙе. Шулай ҙа өҫтөнлөклө йүнәлеш булып бер тауыштан һыу үткәргес төҙөү проекты раҫланды.  

Йыйылышта проектты уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн 10 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Уның етәксеһе итеп Дим Сафин һайланды (Садовая урамы, 8), сәрткәтибе - Сафина Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙы ( Садовая, 31).

 

 

Урамдарына һыу үтеүен теләйҙәр
Урамдарына һыу үтеүен теләйҙәр
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: