Сибай ҡалаһының 9-сы лицейында декабрь башында 2025 йылға «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашыу һәм проект һайлау мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәйне. Унда Ленин урамындағы күп фатирлы йортта йәшәүселәр, лицей коллективының 42 вәкиле һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Лицей директоры Р.Н.Дияров Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарға (ППМИ) нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу, Сибай ҡалаһы Ленин урамы, 42 адресы буйынса йәшәүселәрҙең 2025 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Йыйылышта рәйес, секретарь һәм конкурс документацияһын әҙерләүҙә, мониторингта һәм эштәрҙе башҡарыу барышы тураһында мәғлүмәт биреүҙә ярҙам итәсәк инициативалы төркөм һайланды. Шулай уҡ уҡ «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү-2025» сиктәрендә хәл итеү өсөн тәү сираттағы проблемалар тыңланды.
Ай уртаһында, йәғни 16 декабрҙә, йәнә йыйылыш уҙғарылды. Алдан инициатив төркөм халыҡтың уй-фекерҙәрен тыңланы һәм уларҙы йыйылыш мәлендә уртаға һалып һөйләште, проекттар ҡаралды. Һөҙөмтәлә, йыйылышта ҡатнашыусылар «9-сы лицейҙың кәңәшмәләр залын ремонтлау һәм йыһазландырыу» проекты менән программала ҡатнашырға ниәт итте. Шулай уҡ халыҡтан иғәнә алыу, бағыусылар табыу мәсьәләләре ҡаралды. Инициатив төркөмгә документтар әҙерләү һәм программала еңеү бурысы ҡуйылды.
Светлана Чурилова.