Шыршыға быяла уйынсыҡтар элмәгеҙ – бәләкәй балағыҙ булһа, ватылған уйынсыҡ ярсыҡтары сабыйҙы яраларға мөмкин. Тағы ла ниндәй һаҡлыҡ сараларына иғтибар итергә кәрәк – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.
Иң мөһиме: баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Тәбиғи шыршы урынына йомшаҡ энәле яһалма шыршы ҡуйыу яҡшыраҡ – бала энәләргә сәнселмәҫ һәм шырау ҡаҙалмаҫ.
Бәләкәй шыршы ҡуйыу хәйерле – әгәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында шыршы йығылһа, бала артыҡ зыян күрмәйәсәк.
Шыршыны һелкенеп тормаҫлыҡ итеп нығытырға кәрәк, йәки уның нигеҙе киң һәм ауыр булырға тейеш.
Шыршыны бала менерҙәй мебель янына ҡуймағыҙ, сөнки уның уйынсыҡҡа үрелеп ҡолап төшөүе ихтимал. Шулай уҡ ағас эргәһенә ватыла торған әйберҙәр ҡуймағыҙ.
Шыршыны ағас йәки пластик уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ. Сабый ауыҙына ҡапмаһын өсөн уйынсыҡтар ҙур булырға тейеш. Уларҙа соҡоп алырлыҡ ваҡ декор булырға тейеш түгел.
Шыршыға гирлянда, мишура һәм ялтырауыҡ аҫмағыҙ – бала, уларҙы тартып, ағасты йығасаҡ. Уларҙы баланың буйы етмәҫлек бейек урындарға элеү яҡшы.
Батарейкалы һәм светодиодлы гирляндалар ҡулланығыҙ. Уларҙа көсөргәнеш түбән – бала сымды өҙгән осраҡта ла зыян булмай.
Розеткаларға тығындар ҡуйығыҙ, ә гирляндаларҙың сымдарын ҡумтаға йәшерегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан