АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
10 Декабрь 2024, 11:15

Әйҙәгеҙ, тауыш бирәйек!

Әлеге ваҡытта батырыбыҙҙың һүрәте өсөн 36 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Әммә ул икенсе урында ғына - беренсе урында 45 меңдән ашыу тауыш менән "Метеор" тиҙ йөрөшлө пассажир пароходы. Аҡсаның тышында урын алыу өсөн мотлаҡ беренсе урынды биләргә кәрәк.

Ә һеҙ Салауат батыр һәйкәле өсөн тауыш бирҙегеҙме?

Рәсәйҙең Үҙәк банкы сайтында тауыш биреү бара. Тиҙҙән сығасаҡ 1000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаның тышында сығасаҡ һүрәт һайланыла. Был юлы Волга буйы федераль округы субъекттарында урынлашҡан иҫтәлекле биналар, һәйкәлдәр, күперҙәр һәм башҡа объекттар тәҡдим ителгән.

❗ Улар араһында Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.

Әлеге ваҡытта батырыбыҙҙың һүрәте өсөн 36 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Әммә ул икенсе урында ғына - беренсе урында 45 меңдән ашыу тауыш менән "Метеор" тиҙ йөрөшлө пассажир пароходы. Аҡсаның тышында урын алыу өсөн мотлаҡ беренсе урынды биләргә кәрәк.

Дуҫтар, тауыш биреүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырабыҙ: https://cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/ - ошо һылтанма аша инеп тауыш бирергә кәрәк.

Иң уңайлыһы - электрон почта ярҙамында эшләү. Бер кеше бер нисә почта аша ҡабат-ҡабат тауыш бирә ала. Төрлө чаттар ярҙамында был посты туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ араһында таратыуығыҙҙы ла үтенәбеҙ.

Берҙәмлектә - көс 💪

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас