АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
10 Декабря 2024, 09:40

«Энергосбыт» хеҙмәткәрҙәре һәр кешегә шылтыратмай!

Һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар үҙҙәрен «Энергосбыт» хеҙмәткәрҙәре итеп таныта башлаған. Кешене алдап аҡса үҙләштерергә теләүселәр электр иҫәпләү ҡоролмаһын тикшереү йәки алмаштырыу, түләүҙәргә яңынан иҫәпләү яһау, электр энергияһына түләү өсөн иҫәп һанын үҙгәртеү кеүек сәбәптәр табып, ҡорбандарының ышанысын яуларға тырыша.

«Энергосбыт» хеҙмәткәрҙәре һәр кешегә шылтыратмай!«Энергосбыт» хеҙмәткәрҙәре һәр кешегә шылтыратмай!
«Энергосбыт» хеҙмәткәрҙәре һәр кешегә шылтыратмай!

Уларҙың маҡсаты--смс-хәбәр булып килгән кодты белеү. Әгәр кодты белһәләр, улар бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ граждандың «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетына инеп, шәхси белешмәләргә юлыға. Артабан был юлды енәйәти маҡсатта ҡулланалар. Әйтәйек, банк ойошмаларында кредит юллайҙар. Һуңғы арала төбәктә аферистар үҙҙәрен «Энергосбыт» йәмғиәте хеҙмәткәре итеп танытып, мутлыҡ ҡыла башланы.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы бик һаҡ булырға саҡыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: «Энергосбыт» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре клиенттарының һәр береһенә шылтыратып, иҫәпләү приборҙарының күрһәтмәләрен әйтеүҙәрен һорамай. Электр энергияһын иҫәпләү приборын алмаштырыу хаҡында ла белгертмәй. Улар шулай уҡ смс-хәбәр аша килгән кодты әйтеүҙе үтенмәй, электр тәьминәтенә ҡалғылмаған һорауҙар бирмәй.

«Энергосбыт» йәмғиәте клиенттары мәғлүмәтте түләү өсөн квитанцияла күрһәтелгән элемтәнең рәсми каналдары аша һәм компанияның сайтынан белешә ала.

А.Мырҙағолова, Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең уголовный розыск оперуполномоченныйы, полиция лейтенанты.

 фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас