Тура эфирҙы Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Кластташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште алып барыусылар – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һәм БСТ телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов.
Республика башлығына һорауҙы «Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә» телеграм-боты аша, Дәүләт хеҙмәттәре буйынса кире бәйләнеш майҙансығы аша йәки Республика Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша бирергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә – республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда иң көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе, йола буйынса йыл аҙағында үтә.
Төбәк етәксеһе менән тура бәйләнеш йыл һайын булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтселектең быға ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй. Шулай итеп, 2022 йылда 3345 үтенес ҡабул ителгән, 2 селектор кәңәшмә ойошторолған, 16 видеоһорау бирелгән, 40 тамашасыларҙан, 41 һорау социаль селтәрҙәрҙән бирелгән.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 2023 йылда республикала йәшәүселәр менән 3 сәғәт тә 45 минут барған тура әңгәмә барышында Радий Хәбиров 50-нән ашыу һорауға тура эфирҙа яуап бирҙе. Тура линияға социаль селтәрҙәрҙә 4299 шылтыратыу, 216 видеохәбәр, ә Ситуация үҙәгенә 115 шылтыратыу килгән. БСТ телеканалында ғына тапшырыуҙы 900 мең самаһы кеше ҡараған. Бөтә һорауҙар ҙа контролгә алына һәм яуап бирелә.
Автор: Галина Бахшиева
https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-03/v-ufe-nachalas-pryamaya-liniya-s-glavoy-bashkirii-4035068