АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Ноябрь , 08:45

Ҡотлайбыҙ!

Кисә бер төркөм йырсыларға маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Улар араһында яҡташыбыҙ Юлай Асҡаров та бар. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» исеме бирелде.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

БАШИНФОРМ түбәндәгесә хәбәр итә:

Легендар йырсы, «Дәрүишхан» төркөмө солисы Дим Мәннәнгә үлгәндән һуң «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме бирелде. Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев бөгөн «Дәрүишхан рухы» концертында награданы йырсының ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтоваға тапшырырҙы.

Ошондай уҡ исем менән үлгәндән һуң «Дәрүишхан» төркөмөн ойоштороусы Ғәзинур Биктимеров, шулай уҡ төркөмдөң хәҙерге  лидеры Альберт Ғәббәсов наградаланды. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» званиелары йырсылар Ринат Зариповҡа һәм Юлай Асҡаровҡа, Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаровҡа тапшырылды.  

1990 йылдарҙа Дим Мәннән «Дәрүишхан» төркөмө солисы булараҡ танылыу яулай. Төркөм иһә башҡорт эстрадаһында иң популяр коллективтарҙың береһе була. Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) 2005 йылда 35 йәшендә ҡапыл вафат булғас, «Дәрүишхан» төркөмө тарҡала.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: