АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Ноябрь , 16:15

"Рәсәй транспорты"ның тәүге көнө Башҡортостан делегацияһы өсөн емешле булды

Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы”нда ҡатнаша. 

"Рәсәй транспорты"ның тәүге көнө Башҡортостан делегацияһы өсөн емешле булды
"Рәсәй транспорты"ның тәүге көнө Башҡортостан делегацияһы өсөн емешле булды

Был транспорт мәсьәләләренә арналған форум. Кисә, беренсе көндә, Башҡортостан делегацияһы күп темалар буйынса фекер алышыуға һәм республиканың транспорт системаһын үҫтереү буйынса пландар ҡороуға өлгәште.



Шулай итеп:

* Радий Хәбиров ВТБ банкы етәкселегенә концессия нигеҙендә Өфөнөң төньяғындағы Интернациональ урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөргә, шулай уҡ вуз-ара студенттар кампусының икенсе өлөшөн төҙөүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте. ВТБ-ның генераль директоры Андрей Костин коллегаларына был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың финанс моделдәрен эшләргә ҡушты;

* “Инфратех-концессии” компанияһының идара итеүсе директоры Андрей Шишкин менән Ағиҙел аръяғын баш ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтырырлыҡ, Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнөң Революция урамы сатына килеп сыға торған күпер төҙөү проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында фекер алыштылар;

* Дүртөйлө – Әсет араһында ауыр йөк машиналары материалдар ташығанда зыян күргән республика һәм муниципаль-ара юлдарҙы тергеҙеү планы буйынса “Автодор”ҙың етәксеһе Вячеслав Петушенко менән һөйләшеү;

*Башҡортостан Башлығы һәм “Азимут” авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод Өфө – Таулы Алтай (Алтай Республикаһы) яңы маршрутын асыу перспективаларын тикшерҙе;

*”Ространснадзор” башлығы Виктор Басаргин менән транспорт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде;

* “ВодоходЪ” компанияһы генераль директоры Юрий Куликов менән Башҡортостанда электр яғыулығы ярҙамында йөрөгән судноларҙы ебәреү, экологик круиздар булдырыу тураһында фекер алышыуҙар булды;

* “Росавтодор” етәксеһе Роман Новиков менән М-7 "Волга" федераль трассаһының Башҡортостандың биш ауылы - Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән - янынан үткән 65 саҡырымға һуҙылған өлөшөн төҙөп бөтөүгә ҡағылышлы мәсьәләләр барланды. Башҡортостан Башлығы Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Бөрө һәм Саҡмағош райондары буйлап үткән юлды төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә рәүештә федераль финанслау бүлеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Яңы участканы 2024 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөү, юлдарҙы 2025 йылда ремонтлай башлау күҙаллана.

Бынан тыш, форумда “Өфө ҡулсаһы" һәм "Сибай - Подольск - Новорудная" тимер юл транспортына ҡағылышлы эре проекттар тураһында һөйләшеүҙәр, Р-240 трассаһының Стәрлетамаҡ – Ергән өлөшөн төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр уҙҙы. Ә был “транспорт аҙналығы”ның беренсе көнө генә әле!

Сығанаҡ: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: