Быны мин күрмәйем. Башын йә аҫҡа эйәлер, йә ситкә ҡарайҙыр әсәйем. Киске ҡала урамы буйлап илай-илай китеп барған йәш кенә ҡатынҡайҙың хәлен кем аңлар, тиһең? Мин дә йыуата алмайым шул – әле бәләкәсмен.
Әсәйем өшөнө, шикелле – ҡалтыранып ҡуйҙы. Ә мин өшөмәйем. Әсәйемдең тәрән һулап ҡуйыуынан һалҡын бәрелеп китһә лә. Мин йылыламын, шулай ҙа дерелдәп алдым мин дә.
Беҙ әле гәнә минең өләсәйемә, атайымдың әсәһенә, барҙыҡ. Өйҙәре ҙур, йылы, матур. Әллә ниндәй тәмле-тәмле еҫтәр сыға. Тик беҙҙе өҫтәл янына саҡырманылар. Ишек төбөндәге ултырғыста ғына ултырып сыҡтыҡ. Өләсәйем әсәйемә:
– Мин бер нәмә лә белмәйем, белергә лә теләмәйем, ғәфү итегеҙ, минең ваҡытым юҡ, – тигәс, беҙ сығып киттек.
Шунан әсәйем иланы. Ул илаһа, миңә ҡыйын була гел. Һуңғы ваҡытта ул йыш илай ниңәлер.
Әсәйем мине күтәреп алып йөрөп арый хәҙер. Көндән-көн ҙураям бит, ауырая барам.
Уға былай ҙа еңел түгел, ә ул, етмәһә, көн һайын тиерлек илай.
Әсәйем уҡып йөрөй. Мин белмәйем ҡайҙа уҡығанын. Ауылдағы өлөсәйемә барғанда белдем әсәйемдең ҡайҙалыр уҡып йөрөгәнен.
Ул өләсәйемдең тауышы нәҡ әсәйемдеке кеүек, ә үҙен мин күрмәнем. Үҙе лә оҡшағандыр әсәйемә, тауышы улай бик оҡшағас. Тик ул ныҡ ҡысҡырып, асыулы итеп һөйләште. Нимә тине әле? Хәҙер иҫемә төшөрәм. Мин бәләкәс бит әле, шуға тиҙ онотам ишеткәнемде. Ә, хәтеремә төштө! Былай әйтте:
– Мин һине диплом алып ҡайта, тип көтөп йөрөйөм! Бала күтәреп ҡайта, тип түгел! – тине. – Эсеп алғанмын, имеш... Миндә эшең булмаһын! Эсмәҫ ерҙән эсерһең һеҙҙең менән! – тип ҡысҡырып ҡалды артыбыҙҙан. Улай асыуланып, әрләп ҡалырлыҡ нимә эскән икән өләсәй?
Ике өләсәйем дә илатты әсәйемде. Улар мине яратмайҙар, буғай. Ә мин уларҙы, күргәнем булмаһа ла, ярата башланым. Мин уларға нимә эшләгәнмен икән? Аңламайым... Бәләкәсмен шул әлегә.
Ауылдағы өләсәйем дә, ҡалалағыһы ла ниңә әсәйемде рәнйетәләрҙер инде, аңлап етмәйем.
Атайыммы? Уны күргәнем юҡ әле. Ишеткәнем дә юҡ тауышын. Ул да әсәйем менән бергә уҡыған, шикелле. Тик дипломын ҡышҡыһын уҡ, ваҡытынан алда, алған да киткән. Әллә ҡайҙа киткән. Бәлки, шуғалыр ҙа әсәйем төндә лә илап ала.
Дипломын алған көндө әсәйем миңә рәхмәт әйтте, һыйпап, иркәләп һөйҙө.
Ә бер көндө әсәйем менән ниндәйҙер бер ап-аҡ, яҡты бүлмәгә индек. Яҡтылыҡҡа күҙ сағыла хатта. Унда һауа ла, еҫтәр ҙә сәйер ине. Мин ундайҙы тойғаным юҡ. Беҙ унда оҙаҡ ҡына булдыҡ. Мин ултырып та, ятып та арыным унда.
Ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшкән булғандыр, күҙҙәремде яҡты уттар сағылдырманы. Уйлана-уйлана, яйлап ҡына атланы әсәйем. Арып-талып, саҡ ҡайтып ауҙыҡ.
Ҡапыл минең ҡолаҡ төбөндә генә әсәйемдең матур тауышлы зыңғырлағы һайрап ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына сутылданы ундағы ҡошсоҡ. Башҡа саҡта әсәйем тиҙ генә ҡошсоҡто туҡтата ла уның менән һөйләшә башлай торғайны, был юлы ҡошсоҡ өҙөп-өҙөп эй һайраны, эй һайраны. Әсәйем уны туҡтатманы. Мин терһәгем, тубығым менән төрткөләп тә ҡараным да ул. Йоҡлаған булғандыр. Теге ап-аҡ бүлмәлә ул тәмһеҙ әллә нимә эсте – хатта мин уҡшып ебәрҙем. Тағы беләгенең тамырынан әсе, шыйыҡ нәмә ағыҙҙылар. Эҫе тулҡын миңә килеп бәрҙе, ауыҙымдың эсенә тәмһеҙ шайыҡ тулды – сәсәп үлә генә яҙҙым. Хәҙер бына минең дә үлтереп йоҡом килә. Ниңәлер табандарым өшөй үҙе. Мин йоҡлайым, әсәкә... Тыны-ы-с.. Йо – ... Ыһ...
Уянып киттем. Күпме йоҡлағанмындыр – иҫләмәйем. Әсәйемдең тауышына уяндым. Бөтә тәнем ҡыйралып килгән кеүексе... Нимә булды икән миңә?
Ә әсәйем шат! Теге ҡошсоғо менән һөйләшә. Ҡыуана, көлә, ултырмай ҙа хатта – бүлмә буйлап йүгереп йөрөй. Ә мин ауырыйым, башым әйләнә, ҡыбырлағым да килмәй. Әйләнеп ятырлыҡ хәлем дә юҡ бөтөнләй. Ултырып ҡына һөйләшһәсе әсәкәйем.
Һуҙылып төшөп ятып алды әсәйем йомшаҡ урынына – минең хәлемде аңланы, ниһайәт. Миңә рәхәтерәк булып ҡалды. Күп итеп һалҡын һыу эскәйне, хәлем бермә-бер еңеләйҙе. Әсәйем ҡошсоғо менән һөйләшеп бөттө, буғай.
– Һау бул, ҡәҙерлем, беҙҙең өсөн борсолма, беҙ һине көтәбеҙ, – тине лә тынып ҡалды. Мине һыйпай, һөйә. Мин иркәләнеп, шым ғына тик ятам. Әсәйем шат көйө ҡалһын, ял итһен, тип ҡымшанырға ла ҡурҡам. Юғиһә илау-борсолоуҙан башы сыҡманы бит әсәкәйемдең. Мин бер нисек тә ярҙам итә алманым – бәләкәсмен шул.
Ҡапыл әсәйем ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Терт итеп ҡалдым. Йөрәгем йыш-йыш тибә башланы, йылынып киттем хатта. Ә әсәйем ҡысҡыра ла ҡысҡыра:
– А-а-а! А-а-а!
Иҙән буйлап тәгәрәй-тәгәрәй ҡысҡыра, аҡырып илай. Ни булды әсәйемә?
– Ни эшләнем мин?! А-а-а! Артабан нисек йәшәргә? Ҡайтһа, хөрмәтемә нимә тип яуап бирермен? А-а-а!
Ә нимә ул “хөрмәтемә”? Ниңә әсәйем әллә ниндәй хөрмәтемәгә яуап биреүҙән ҡурҡа башланы? Нисек инде артабан нисек йәшәр? Нишләп өҙгөләнәһең, әсәкәйем?
Етер инде, әсәй, бәргеләнмә, тыныслан. Башымды, яурындарымды ауырттырып бөттөң! Етте, тием мин һиңә! Хөрмәтемә, имеш! Ҡолаҡтарымды тондорҙоң ҡысҡырыуың менән!!!
Хөрмә-әт? Атайыммы әллә? Хөрмәтемә тигәнең минең атайыммы ни? Ә, әсәй? Әсәй, тием! Атайым менән һөйләштеңме әле генә? Ур-ра! Йәшәйбеҙ, әсәй, былай булғас!
Шатлығымдан үҙ-үҙемде белештермәй, әсәйемә йоҙроҡлап төртөп ебәрҙем, үксәләрем менән типкеләнем. Сәйер, әсәйем шып туҡтаны! Бер нисә секундҡа ғына. Мине ҡосаҡлап ҡысҡырып илап ебәрҙе тағы. Илаҡ! Былай ҙа әсәй булыр икән...
– Эй Аллам!...Гонаһымды ярлыҡай күр! Эй, Аллам, баламды алмағаныңа шөкөрана ҡылам!
Быны мин аңламаным. Ярай, аҙаҡ һорармын әсәйемдән.
– Кисер мине, балаҡайым! Ғәфү ит!
Һе. Ярай һуң, кисерәм, ғәфү итәм, нимә өсөн икәнен аңлап етмәһәм дә. Аҙаҡ үҙең һөйләрһең атайым менән икебеҙгә.