Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Ноябрь , 15:20

Ҡайһы районда балалар күберәк тыуған?

Баймаҡтармы, бөрйәндәрме, белореттармы? Кем алда?

Башинформ хәбәр итеүенсә, башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала 35 388 бала тыуған. 1000 кешегә тыуым күрһәткесе 8,7 тәшкил итә. 2023 йылда иң күп сабый Өфөлә тыуған—10 226. Башҡортостандың баш ҡалаһында тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 8,6 тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта, статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың ҡала округтарында тыуымдың иң юғары күрһәткесе Нефтекамала күҙәтелә—мең кешегә 9,9. Шартлы икенсе урында Сибай һәм Октябрьский—9,2. Артабан Өфө (8,6) һәм Стәрлетамаҡ (8,3) килә. Тыуым буйынса республиканың иң яҡшы биш ҡала округы иҫәбендә—Күмертау (7,0).

Былтыр Башҡортостандың муниципаль райондары араһында тыуымдың иң юғары күрһәткесе Баймаҡта теркәлгән—1000 кешегә 14,9, Бөрйән районында—13,8 һәм Белорет районының ауыл биләмәләрендә—12. Баймаҡ районында был күрһәткес 12,1-гә тиң; Архангель районында—11,7, Әбйәлил районында—11,3, Ейәнсура һәм Ҡыйғы райондарында—10,5.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: