Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Октябрь , 14:10

Ни өсөн Даня Милохин илебеҙ тарихына ингән Олимпия чемпиондарынан билдәлерәк?

Илебеҙҙә спорт идеологияһы дөрөҫ ҡоролғанмы?    

«Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы майҙансыҡтарының береһендә «Спорт идеологияһы: спортсының шәхесен үҫтереүҙең һәм тәрбиәләүҙең заманса алымдары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова сәләмләне. Ул үҙенең миҫалында спорттың шәхестең үҫешенә йоғонтоһо хаҡында һөйләне. Конференция модераторы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы Мария Ярина түңәрәк өҫтәлдең темаһын асыҡлап һөйләне.

Дәүләт Думаһы депутаты, иҡтисад фәндәре докторы Николай Новичков һүҙҙәренсә, спорт — ул мускулдар, ярыштар йә еңеүҙәр генә түгел, ул тәү сиратта гармониялы үҫешкән шәхес.

— Әлбиттә, шәхесте тәрбиәләү өсөн дөрөҫ идеология кәрәк. Мин депутат булараҡ әйтәм, беҙҙә дәүләт кимәлендә идеологияның булыуы мөһим. Сөнки яуаплылыҡ йәштәр өсөн әхлаҡи модель булып иҫәпләнгән билдәле шәхестәрҙең, артистарҙың иңендә лә ята. Беҙгә кәрәкле әхлаҡи-рухи ҡиммәттәр илебеҙ Президенты Владимир Путиндың указдары менән билдәләнгән. Дәүләт башлығы илебеҙ халҡының 70 проценттан ашыуын спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә ҡушты. Бында һүҙ спорт объекттары, инфраструктура хаҡында ғына түгел, ә йәмғиәттә кешелекле гармониялы мөнәсәбәттәр булдырыу хаҡында бара, — тине Новичков.

Волгоград физик культура академияһы ректоры Виктор Якимовичтың сығышы бик рухлы булды. Профессор был академияның «Ватан — әсә саҡыра» һәйкәле янында, меңәрләгән совет һалдатының ҡаны менән һуғарылған ерҙә урынлашыуы, ошоға бәйле уҡыу йортонда рухи мөхит хөкөм һөрөүе хаҡында һөйләне.

— Студенттарыбыҙ еңеүсе илдең идеологияһында тәрбиәләнә. Күптән түгел әүҙем егеттәр-ҡыҙҙар менән берлектә «Спорт геройҙары — Рәсәй геройҙары» проектын башлап ебәрҙек. Физик культура йүнәлешендәге вуздарҙа уҡыған студенттарҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан уҡытыусылары, педагогтары хаҡында мәғлүмәттәр йыйҙыҡ. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, электрон китап һәм документаль фильм донъя күрҙе, — тип һөйләне Якимович.

Дискуссия майҙансығы булғас, әлбиттә, бәхәскә лә урын табылды. Ҡырым республикаһының спорт министры Ольга Торубарова залға мөрәжәғәт итеп, Илья Авербухты кемдең белеү-белмәүе хаҡында һорашты.

— Советтар Союзында һәр малай-ҡыҙ дәүләт гимнын белгән. Бөгөн дә илебеҙҙә һәр ярышта, сарала гимн яңғырай. Ҡырымда спорт министрлығына ҡараған 21 спорт мәктәбенең береһе генә — художестволы гимнастика буйынса олимпия резервы мәктәбе ҡыҙҙары ғына бер хатаһыҙ гимнды башҡара ала. Сөнки билдәле тренерҙары Ирина Винер башлап ебәргән идеология шулай ҡуша. Илья Авербухты беләһегеҙме, тип юҡҡа ғына һораманым. Бөгөн йәштәрҙең күберәге Милохинды белә түгелме ни? Йә Бузованы... Улар тарихҡа инерлек берәй эш эшләгәнме. Ә фигуралы шыуыу буйынса Олимпия уйындары призеры Евгения Медведеваны танымаусылар ҙа бар. Шуға күрә эшләйһе лә эшләйһе әле.

Автор:
Читайте нас: